Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Күберәк кешенең ғүмере һаҡланыр ине

Башҡортостанда граждандарҙың айырым категорияларына GSM модулле янғын иҫкәртеүсе приборҙар ҡуйыласаҡ. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт кәңәшмәһендә белдерҙе. “Беҙ тауышлы сигнал ғына сығарған ҡулайлама ҡуябыҙ, һәм мобиль булмаған кеше янғындан ҡотола алмай. Хәҙер беҙ GSM модулле приборҙар ҡуясаҡбыҙ, улар шунда уҡ адрестарға – опекаға, туғандарына, ауыл хакимиәтенә сигнал ебәрә. Һәм кешене ҡотҡарып өлгөрөү мөмкин буласаҡ. Бындай пилот проектын өс районда ғәмәлгә индерәбеҙ. Ил Президенты ҡуйған төп бурыс – кешеләрҙе һаҡлау, – тине Радий Хәбиров. Премьер-министр урынбаҫары – Башҡортостан Хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов һүҙҙәренсә, Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән берлектә ошондай иҫкәрткес ҡулайламаларҙы урынлаштырыуҙың “юл картаһы” төҙөлгән. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн өс район – Благовещен, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ һайланған. Шулай уҡ унда Тәтешле районын индереү мәсьәләһе өйрәнелә. Дүрт районда бындай ҡулайламаға 1347 кеше м

Башҡортостанда граждандарҙың айырым категорияларына GSM модулле янғын иҫкәртеүсе приборҙар ҡуйыласаҡ. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт кәңәшмәһендә белдерҙе. “Беҙ тауышлы сигнал ғына сығарған ҡулайлама ҡуябыҙ, һәм мобиль булмаған кеше янғындан ҡотола алмай. Хәҙер беҙ GSM модулле приборҙар ҡуясаҡбыҙ, улар шунда уҡ адрестарға – опекаға, туғандарына, ауыл хакимиәтенә сигнал ебәрә. Һәм кешене ҡотҡарып өлгөрөү мөмкин буласаҡ. Бындай пилот проектын өс районда ғәмәлгә индерәбеҙ. Ил Президенты ҡуйған төп бурыс – кешеләрҙе һаҡлау, – тине Радий Хәбиров. Премьер-министр урынбаҫары – Башҡортостан Хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов һүҙҙәренсә, Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән берлектә ошондай иҫкәрткес ҡулайламаларҙы урынлаштырыуҙың “юл картаһы” төҙөлгән. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн өс район – Благовещен, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ һайланған. Шулай уҡ унда Тәтешле районын индереү мәсьәләһе өйрәнелә. Дүрт районда бындай ҡулайламаға 1347 кеше мохтаж. Бер прибор хаҡы сим-карта ҡуйыу менән бергә иҫәпләгәндә 6,5 мең һумға барып баҫа. Был ҡулайламаларҙы күреү, ишетеү һәләттәре боҙолған, терәк-хәрәкәт аппараты инвалидтарына тапшырасаҡтар. Фото: "Башинформ".