Редакцияға оло йәштәге инәй ейәненең хәрби частан килгән маҡтау ҡағыҙын алып килде. Һөйләшеп-танышып киткәс, ул Быҙаулыҡтан Ураҙбикә Арыҫлан ҡыҙы булып сыҡты. Ағинәй менән икенсе тапҡыр ҙа осрашырға насип булды. Был юлы Ураҙбикә инәй махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Балапан” позывнойлы ейәне һәм уның әсәһе Илфирә Әхмәтйән ҡыҙы менән килде. Быҙаулыҡ ауылы егете Артур ҡыҫҡа сроклы отпускыға яҡындары янына ҡайтҡан. Ул 9-сы класты тамамлағас, И. Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында уҡып, электрик һөнәрен ала. Ваҡыты еткәс, һалдат шинеле кейә. Әстрхан өлкәһендә стратегик тәғәйенләштәге ракета ғәскәрендә механик-водитель булып хеҙмәт итә. Әрме сафынан ҡайтҡас та яратҡан һөнәре буйынса эшләй. 2023 йылдың май айында Артур Рәсәй Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөй. “Бөгөнгө ҡатмарлы ваҡытта тыуған илде кем һаҡларға тейеш? Ысын ир-егеттәр Ватаныбыҙға хәүеф янағанда ситтә ҡалырға тейеш түгел, минеңсә. Минең ҡартатайым да Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Шайморатов генерал командованиеһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында ҡулына ҡорал алып, илебеҙ һағына баҫҡан. Геройҙарса һуғышып, Украина ерҙәрен фашистарҙан азат иткәндә хәбәрһеҙ юғалған. Был да минең махсус хәрби операцияға үҙ теләгем менән барыуға булышлыҡ итте”, - тине яугир. Әлеге ваҡытта “Балапан” "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Ефрейтор - ҡеүәтле “Град” хәрби техникаһында тоҫҡаусы. - Полк былтыр төҙөлөп, уның составында 2000 меңдән ашыу яугир былтыр махсус операция зонаһына юлландыҡ. Әлбиттә, бөтәбеҙ ҙә Башҡортостандан булғас, еңелерәк. Ауыр саҡта һәр яҡташ иптәшенә үҙ иңен ҡуя. Хәрби дуҫлыҡ бында юғары баһалана. Яуҙаштарҙы юғалтыу иң ауыры. Беҙ бында ниндәйҙер награда йәки аҡса өсөн килмәгәнбеҙ, ә Тыуған илгә хәүеф янағанда намыҫ ҡушыуы буйынса ситтә ҡала алмайбыҙ, -тине “Балапан”. - Артур махсус хәрби операция башланғас, әсәй, унда йәш егеттәр илебеҙ өсөн яуға ингәндә өйҙә тыныс ҡына ултыра алмайым тине. Әлбиттә, әсә кеше булараҡ, мин дә берҙән-бер улымды һуғышҡа ебәргем килмәне. Әммә ул әйткән һүҙенән сигенмәне. Фатихамды биреп оҙаттым. Һәр шылтыратыуын өҙөлөп көтәм. Барлыҡ егеттәр иҫән-һау, еңеү менән ҡайтһын, илгә тыныслыҡ килһен –барлыҡ теләгем шул ғына,-тине яугирҙың әсәһе Илфирә Әхмәтйән ҡыҙы. “Балапан”ды өйҙә ҡартәсәһе, әсәһе һәм ҡыҙы көтә. Иҫән-һау ҡайт, яҡташ! Сығанаҡ һәм фото: "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите Авторы - Мәрйәм Иманғолова.