Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яҡындары менән әрләшеп сығып киткәндәр

Башҡортостанда йәнә үҫмер балалар юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Был юлы 14-әр йәшлек ике ҡыҙ. Амалия Морякова һәм Арина Сөләймәнова 1 июндә Өфө районының Миловка ауылындағы өйҙәренән сығып китә һәм әлегәсә уларҙың ҡайҙалығы билдәһеҙ. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, ҡыҙҙар ғәйеп булыр алдынан яҡындары менән әрләшкән һәм шуға күрә өйҙәренән сығып ҡасҡан. Быға тиклем уларҙың юғалғаны, өйҙән китеүҙәре булмаған. Икеһенең дә ғаиләһе имен тип иҫәпләнә, иҫәптә тормағандар. Ирекмәндәр әйтеүенсә, ҡыҙҙар Иглин районында йәки шул тирәгә яҡын урында булыуы ихтимал. Амалияның билдәләре: буйы 148 сантиметр, сәсе ҡуйы һоро, оҙон, күҙҙәре һоро. Айыу һүрәте төшөрөлгән ҡара футболка, ҡара шорты, аҡ кроссовка кейгән. Аринаның билдәләре: буйы 148 сантиметр, сәсе ҡара, каре, күҙе һоро төҫтә. Ҡара футболка, ҡара шорты, сеткалы аҡ кроссовка кейгән. Ҡыҙҙарҙы күреүселәр булһа йә ҡайҙалығын белһәгеҙ, түбәндәге телефондарға шылтыратығыҙ: 8-937-310-21-12 йә 112. Фото: "Моя Уфа" телеграм-каналы.