“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Учалы районы хакимиәте кредит учреждениелары менән берлектә эшҡыуарҙар, студенттар һәм "көмөш" йәштәгеләрҙең финанс белемен арттырыу буйынса сара үткәрҙе. Танып белеү сараһы сиктәрендә өс майҙансыҡта төрлө йүнәлештәр буйынса мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре һәм семинарҙар үтте. Кешеләр мутлашыусыларға ҡаршы тороу, бизнес алып барыу өсөн ғәмәлдәге ысулдар тураһында белде, шулай уҡ эшлекле уйындарҙа ҡатнашты. Балалар ижады йорто майҙанында Өфө, Белорет һәм Сибай ҡалаларының банк хеҙмәткәрҙәренән торған креатив, йәш кешеләр, үҙ эшенең оҫталары командаһы эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүл граждандар өсөн саралар ойошторҙо. Улар өсөн “Бизнес менән идара итеү. Кредитлау” темаһына семинар үткәрҙеләр, ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙеләр. Был көндө оло йәштәге граждандар өсөн “Мутлашыусылар тоҙағына нисек эләкмәҫкә” темаһына лекция уҡынылар. Учалы тау сәнәғәте колледжы студенттары алты раундтан торған викторинала ҡатнашты. Студенттар сараны юғары баһаланы һәм файҙалы үткәрелгән ваҡыт менән ҡәнәғәт ҡалды. Өс еңеүсегә банк хеҙмәткәрҙәре бүләктәр һәм сувенирҙар тапшырҙы. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Учалы районы хакимиәте.