Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уҡыусылар яңы материал менән танышты

"Мәҙәниәт" милли проектының "Урын генийы" проекты сиктәрендә Учалы районының Үҙәк модель китапханаһында Учалы ауылындағы башҡорт гимназияһы уҡыусылары өсөн “Ыҫмалала мәңгелек сәскәләр” оҫталыҡ дәресе үтте. Сара ижад өсөн ғәҙәти булмаған материал – эпоксид ыҫмалаһы менән танышыуҙан башланды. Балалар был материалдың үҙенсәлектәре, уның төп төрҙәре һәм ҡулланыу өлкәһе менән танышты. Оҫта эпиоксид ыҫмалаһы менән башҡарылған бөтә операцияларҙы ла аңлатты. Уҡыусылар ҙур теләк менән оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Улар үҙҙәренең тәүге шедеврҙарын яһаны: ыҫмаланы бутаны, буяуҙар һәм ялтырҙар өҫтәне, әҙер ҡатнашмаға төрлө биҙәүестәр һалды, һуңынан силикон формаларға ҡойҙо. Сарала ҡатнашыусылар ижади фантазияларын күрһәтте, эксклюзив һәм үҙенсәлекле әйберҙәр – муйынсаҡтар, һырғалар, китаптар өсөн закладкалар, брелоктар эшләне. Оҫталыҡ дәресе – ул ижади үҫешкә һәм үҙ-үҙеңде күрһәтеүгә ярҙам итеүсе танып белеү-күңел асыу сараһы. Учалы районының Үҙәк район китапханаһы “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә модель китапханалар булдырыу буйынса грант еңеүсеһе булды. Грант аҡсаһына учреждениела капиталь ремонт яһалған, мебель, нәфис әҙәбиәт һатып алынған. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт" (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Учалы районы хакимиәте.