30 майҙан 2 июнгә тиклем Өфөлә Волга буйы федераль округы ғаиләләре араһында “Был беҙҙең ғаиләлә” конкурсының округ ярымфиналы үтте. Унда дистанциялы этапты уңышлы үтеп, ярымфиналға сыҡҡан ғаиләләр ҡатнашты. Был конкурс “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының иң билдәле проекттарының береһенә әйләнде. Бәйгегә илдең 89 төбәгенән 587 250 кешенән торған 102 735 ғаилә командаһынан ғариза алынған. Ғаилә командаһына берләшкән кешеләр, йәғни туғандар, йәмғеһе 81 илдә йәшәй. Шулай итеп, дүрт көн дауамында Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән ғаиләләр финалға сығыу хоҡуғы өсөн ярышты. Башҡортостандан – 51 команда, Пермь крайынан һәм Удмурт Республикаһынан – 43-әр, Түбәнге Новгородтан – 38, Һамар өлкәһенән – 35, Татарстандан – 29, Пензанан – 27, Кировтан – 22, Ырымбурҙан – 19, Ульяновскиҙан – 16, Сыуашстандан – 14, Мари Иленән – 12, Һарытау өлкәһенән – 11, Мордовиянан һигеҙ ғаилә бар. Ғаилә командалары өсөн 31 майҙа һәм 1 июндә баһалау этаптары уҙҙы. Улар интеллектуаль, спорт, ижади эштәргә ҡағылышлы һынауҙарҙы үтте. Бәйгеселәр үҙ һәләттәрен генә түгел, ә балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең бер-береһен ни тиклем яҡшы белеүен һәм командала эшләй алыуын күрһәтә алды. Шулай уҡ бәйгеселәр лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәрендә, асыҡ дискуссияларҙа, осрашыуҙарҙа, спорт уйындарында ҡатнашты, улар өсөн ҡыҙыҡлы концерт программаһы күрһәтелде, балалар уйын майҙансыҡтары эшләне. Дүрт көн дауам иткән сара Рәсәй төбәктәренән йыйылған ғаиләләрҙе бер туғандай берләштереп, шаулап-гөрләп үтеп китте. Аҙаҡҡы көндә “ВДНХ-Экспо”ла еңеүсе ғаиләләр иғлан ителде. Шулай итеп, Өфөлә үткән округ ярымфиналында 78 ғаилә еңеүсе тип табылды, улар йәйгеһен Мәскәүҙә үтәсәк финалға юлланасаҡ. Башҡортостандан ярымфиналда Әхмәтшиндар, Кәлимуллиндар һәм Хөснөтдиновтарҙы; Апокиндар һәм Новицкийҙарҙы; Ғәйнетдиновтар һәм Фәйзуллиндарҙы; Ғәлиәкбәровтар, Ефимовтар һәм Романовтарҙы; Ғиззәтуллиндар һәм Черныхтарҙы; Сафиуллиндар һәм Хажиәхмәтовтарҙы; Ғиниәтуллиндарҙы берләштергән командалар еңеүсе булып танылды. Уларҙы “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының генераль директоры урынбаҫары Оксана Ачкасова тәбрикләп, һәр береһенә сертификаттар тапшырҙы. Ярымфиналда еңеү яулаған ғаиләләрҙең шатлыҡ-ҡыуанысы сикһеҙ ине, күптәр күҙ йәше аша рәхмәт һүҙҙәре әйтте, конкурстан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Әхмәтшиндар, Кәлимуллиндар һәм Хөснөтдиновтарҙы берләштергән еңеүсе команда - Башҡортостандың данын намыҫлы яҡлаған ғаиләләрҙең береһе. Конкурста ғаилә башлығы Айрат Әхмәтшин, уның тормош юлдашы Гүзәл Хөснөтдинова, уларҙың улдары Нурислам менән Кәрим, өләсәй Фәриҙә һәм олатай Ринат Кәлимуллиндар ихлас ҡатнашып, матур һөҙөмтә күрһәтте. – Бәйгелә ҡатнашыу тәҡдимен Гүзәл әйтте. Ул барыбыҙҙы ла берләштерҙе, дәртләндерҙе. Иҫ киткес матур конкурс булды, ойоштороусыларға рәхмәт! Был сара дәүләттең ғаиләгә ни тиклем ҙур иғтибар бүлеүен асыҡ күрһәтте. Һайлап алыу этабын барышында шул тиклем күп ваҡытыбыҙҙы бергә үткәрҙек, ҡушылған эштәрҙе башҡарҙыҡ, бер-беребеҙҙе өр-яңы яҡтан астыҡ. Финалға сыҡмаһаҡ та, иҫ киткес тәьҫораттар, күңел кисерештәре алыр инек, ә инде еңеүсе булыуыбыҙ үҙебеҙгә ышанысыбыҙҙы тағы ла арттырҙы. Мәскәүҙә лә лайыҡлы сығыш яһарға ниәт итәбеҙ, – тине ғаилә башлығы Айрат Әхмәтшин. Стәрлетамаҡтан Ғәлиәкбәровтар, Ефимовтар, Романовтарҙан торған команда дүрт быуынды берләштерә ине: ҡарт өләсәйҙәре Галина Кузьминична ла бәйгелә ихлас ҡатнашты. – Беҙ туғанлыҡ ептәрен ныҡлы һаҡлай алыуыбыҙ менән шул тиклем ғорурланабыҙ. Конкурс берҙәм булыуыбыҙҙы күрергә һәм күрһәтергә мөмкинлек бирҙе. Бөгөнгө тиҙлекле заманда туғандар менән йыш күрешеп булмай, ә конкурс ярҙамында күп ваҡытыбыҙҙы файҙалы итеп үткәрҙек, – тине улар. Еңеүсе командаларға уңыштар, Мәскәүҙә үтәсәк финалда лайыҡлы сығыш яһап ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. ФЕКЕРҘӘР НЕСТЕРЦОВТАР, ПЛОТНИКОВТАР ғаиләһе, Ырымбур өлкәһе: – Беҙ – туғыҙ балалы ҙур ғаилә, ете улыбыҙ, ике ҡыҙыбыҙ бар. Өлкәненә – 17, иң бәләкәйебеҙгә – туғыҙ ай. Конкурста ҙур теләк менән ҡатнаштыҡ. Башҡа ғаиләләр менән танышып, ошо дүрт көн эсендә бер туғандар кеүек аралаштыҡ. Башҡортостан, Өфө ныҡ оҡшаны, йолаларығыҙҙы күреп һоҡландыҡ, аңламаһаҡ та, башҡорт телендә йырлап ҡараныҡ. Башҡорт теле – бик моңло, матур тел. ҒӘБДЕЛБАРОВТАР, ҒАТИНДАР ғаиләһе, Пермь крайы: – Өлкән ҡыҙыбыҙ Зөһрә ошо конкурста ҡатнашырға тәҡдим иткәс, башта ныҡ икеләндек, шулай ҙа тәүәккәлләнек һәм, күреүегеҙсә, еңеү яуланыҡ. Шарттар буйынса командала алты кеше булырға тейеш булһа ла, беҙ үҙ иҫәбебеҙгә 20-гә яҡын кеше килдек һәм яҡындарыбыҙға һәр йәһәттән ярҙам итеп, берҙәмлегебеҙҙе күрһәттек. Ойоштороу кимәле бик юғары булды, һәр ерҙә ҡунаҡсыллыҡ өлгөһөн күреп һоҡландыҡ. БЕЛЕШМӘ «Рәсәй - мөмкинлектәр иле» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса 2018 йылдың 22 майында булдырылды. Платформаның маҡсаты – Рәсәйҙең киләсәген булдырыу, ул һәр кешегә, ҡайҙа йәшәүенә, ниндәй һөнәр һайлауына һәм ниндәй ғаиләлә үҫеүенә ҡарамаҫтан, үҫешеү өсөн мөмкинлектәргә юл аса. Был төрлө йәштәге талантлы һәм әүҙем кешеләр араһында аралашыу, уҡыусылар, студенттар, профилле белгестәр, эшҡыуарҙар, идарасылар һәм ирекмәндәр араһында тәжрибә алмашыу өсөн асыҡ майҙансыҡ. «Рәсәй - мөмкинлектәр иле» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының күҙәтеү советын Владимир Путин етәкләй.