Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, кисә биш йәшлек бала тәҙрәнән ҡолап төшә. Малай әле ауыр хәлдә реанимацияла ята. Бала тәҙрәгә ҡуйылған москит селтәренә таянған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәй миҙгелендә бындай аяныслы хәлдәр тағы ла йышая. Шуға ла ата-әсәләр уяу булһын ине. Ҡотҡарыусылар ҙа ҡат-ҡат иҫкәртеүҙән туҡтамай, себен-серәкәйгә ҡаршы москит селтәре баланың ауырлығына сыҙамай, уға ышанып тәҙрәләрҙе асып ҡуйыу хәүефле. Бының өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ: * Тәҙрәне бүлмә елләтеү өсөн асҡанда ла, баланы ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай. Форточканы ғына файҙаланыу яҡшыраҡ булыр.* Тәҙрәне 10 сантиметрҙан артыҡ асмаҫҡа. Бының өсөн нығытҡыс ҡуйырға. Шулай уҡ балаға тәҙрәне нисек асырға икәнен күрһәтмәү хәйерле булыр.* Селтрҙе лә нығытҡысһыҙ ҡулланмаҫҡа. Шунда ла уға артыҡ ышанырға ярамай.* Тәҙрә янында уйнаған баланы иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа.* Ултырғыс, дивандарҙы тәҙрә эргәһенә ҡуймаҫҡа. Балаға улар баҫҡыс рәүешендә буласаҡ.* Баланы тәҙрә төбөнә менергә, унан һонолоп тышҡа ҡарарға өйрәтмәҫкә.* Әгәр биш-ун йәштәрҙәге бала бүлмәлә яңғыҙы ҡалырға ҡурҡа икән, уны ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ла иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Ата-әсәһен эҙләп, тәҙрә төбөнә менеүе бар. Сабыйҙарыбыҙҙың хәүефһеҙлеге беҙҙең ҡулда. Фото pixabay.com