Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡыҙҙар юғалғанға өсөнсө көн...

Өфө янындағы Миловка ауылынан 14 йәшлек ике ҡыҙ юғалған. Был хаҡта «Моя Уфа» телкграм-каналы хәбәр итә. Амалия Морякова һәм Арина Сөләймәнова 1 июндә өйҙән сығып китә һәм әлегәсә уларҙың ҡайҙалығы билдәһеҙ. Амалияның билдәләре: буйы 148 сантиметр, сәсе ҡуйы һоро, оҙон, күҙҙәре һоро. Айыу һүрәте төшөрөлгән ҡара футболка, ҡара шорты, аҡ кроссовка кейгән. Аринаның билдәләре: буйы 148 сантиметр, сәсе ҡара, каре, күҙе һоро төҫтә. Ҡара футболка, ҡара шорты, четкалы аҡ кроссовка кейгән. Ҡыҙҙарҙы күреүселәр булһа йә ҡайҙалығын белһәгеҙ түбәндәге телефондарға шылтыратығыҙ: 8-937-310-21-12 йә 112. Фото: "Моя Уфа" телеграм-каналы.