Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ул был наградаға күптән лайыҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ”Салауатбыяла” (“Салаватстекло”) акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Радик Солтановты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. Башҡортосан Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Радик Солтанов етәкләгән компаниялар төркөмө Башҡортостан биләмәһендә быяла етештереү, еңел сәнәғәт, күсемһеҙ милек төҙөү, ә күптән түгел телекоммуникациялар өлкәһендә мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырған компаниялар төркөмө “Уфанет” акционерҙар йәмғиәтенең акционеры булды. Осрашыу барышында Радий Хәбиров Радик Солтанов менән “Салауатбыяла” акционерҙар йәмғиәтен артабан үҫтереү буйынса пландарҙы тикшерҙе. Бынан алда Башҡортостан делегацияһы Ҡытайҙа үҙенең инвестиция ҡеүәтен күрһәтте. Презентацияға бер нисә йөҙ эшҡыуар, ассоциациялар һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының тармаҡ палаталары вәкилдәре килде. Уларҙы эре сәнәғәт компаниялары, шул иҫәптән “Салауатбыяла” акционерҙар йәмғиәте башланғыстары, Башҡортостандың төрлө тармаҡтарҙағы бизнес-мөмкинлектәре менән таныштырҙылар. Фото: Башинформ.