Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өс йәшлек бала эт тешләүҙән үлгән

Баҡалы районының Иҫке Маты ауылында фәжиғәле хәл булған – өс йәшлек баланы эт тешләгән һәм ул район дауаханаһында вафат булған. Ошо хаҡта Баҡалы район хакимиәте башлығы Олег Ефимов хәбәр итте. – Хөрмәтле Баҡалы халҡы! Кисә Иҫке Маты ауылында ҡот осҡос фажиғә булды – эт өс йәшлек баланы тешләне. Алынған яраларынан ҡыҙ район дауаханаһында вафат булды. Был сылбырҙа торған ябай ихата эте булған. Мин ҡыҙҙың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам һәм ата-әсәләрҙе һәм бөтә өлкәндәрҙе балаларға иғтибарлы булырға саҡырам. Хәҙер йәйге каникул башлана, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмау бик мөһим. Һәр ваҡыт уларҙың нимә менән мәшғүл булыуы менән ҡыҙыҡһынығыҙ, улар янында булырға тырышығыҙ. Шулай уҡ йорт хайуандарын да күҙәтергә кәрәк. Әгәр эт тешләгән йәки кешеләргә һөжүм иткән осраҡтар булһа, мотлаҡ саралар күрегеҙ. Хатта иң яратҡан һәм тәү ҡарашҡа зыянһыҙ хайуан да үлемгә килтереүе ихтимал. Беҙ быны ғәмәлдә күреүебеҙ бик аяныслы, – тип яҙҙы Олег Ефимов. Рәмилә МУСИНА фотоһы.