Бөгөн, 21 майҙа, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Бохара өлкәһе хокимы Ботир Зарипов менән осрашты. Көн тәртибендә - сәнәғәт, туризм һәм ауыл хужалығы өлкәләрендә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү. Башҡортостан менән Үзбәкстанды күп йыллыҡ дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Беҙ Бохараны туристик ҡала булараҡ беләбеҙ. Ул – Үзбәкстан ынйыһы, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта Бохара сәнәғәт төбәге лә. Һеҙҙә нефть эшкәртеү, эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары бар, ауыл хужалығы үҫешкән. Һәм беҙ һеҙҙең менән ошо йүнәлештәрҙә үҙ-ара эш итергә әҙербеҙ. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлектең көнүҙәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. - Бохараға туристар ағымы ҙур. Өс йыл элек Өфө–Сәмәрҡәнд тура авиарейсын астыҡ, осоштар аҙнаһына бер тапҡыр башҡарыла. Ә Ташкентҡа самолет аҙнаһына өс тапҡыр оса, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Беҙ шулай уҡ өлкән быуын вәкилдәре Үзбәкстанға бара алһын өсөн "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге