Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яратҡан шөғөлөмә әйләнде

Ғәлиәхмәт ауылында йәшәүсе Светлана Ибраһимова - районыбыҙҙың ҡул эштәренә ифрат маһир гүзәл заттарының береһе. Ул күлдәк-камзулдарын, ҡашмау-түшелдеректәрен, милли биҙәүестәрен күңел йылыһы, күҙ нуры һалып эшләгән. - Милли биҙәүестәр эшләү менән бик күптән, 12 йылдан ашыу шөғөлләнәм. Тәүҙә селтәр, һаҡал, ҡашмауҙар сигә инем, һуңғараҡ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн елән тегә башланым. Хәҙер милли күлдәктәр ҙә тегәм. Ҡул эштәремде һатып ҡына ҡалмайым, прокатка ла бирәм, бүләк тә итәм. Әсәйемдең бер туған һылыу-апайҙарына, килендәренә селтәрҙәр, ә үҙемдең бер туған ағайыма ир-егеттәр еләне тегеп бүләк иттем. Һәр төрлө сараларҙа, күргәҙмәләрҙә, конкурстарҙа ла ҡатнашам, һатам. Өйгә килеп ҡарап-кейеп алыусылар күберәк инде. Алыҫ ара тимәй, бер егет хатта Ырымбурҙан килеп әсәһенә бүләккә селтәр алды. Әсәйемә тип теккән тәүге селтәрҙән һуң был эш яратҡан шөғөлөмә әйләнде. Әлбиттә, иң тәүҙә дөрөҫ тегелешен, тарихын, ҡайһы ырыуҙың ниндәй булған икәнлеген өйрәнгәндән һуң ғына эшләй башланым. Теләгәндәргә бушлай оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрәм. Әле ассортиментта еләндәр, күлдәктәр, селтәр, ҡашмауҙар, милли стилдәге тәңкәле һырғалар бар, - ти Светлана Ибраһимова. Светлана Нурислам ҡыҙы төрлө конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнашып, уңыштарға өлгәшә. Мәҫәлән, 2019 йылда башҡорт милли кейемдәре конкурсында Гран-при яулаған. 2021 йылда “Ҡурай даны” беренсе милли телевизион премияһы конкурсында Башҡортостан дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының “Ҡул оҫтаһы” номинацияһында халыҡ кәсептәренә тоғролоҡ өсөн махсус дипломы менән бүләкләнгән. -Ҡул эштәренә оҫталыҡ атайымдан да, әсәйемдән дә киләлер, тип уйлайым. Атайым мәрхүм балта оҫтаһы булды. Әсәйем өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, минең менән бергә ҡул эштәре менән булыша, бигерәк тә елән сигергә ярата. Һәр ерҙә тик милли кейемдә генә йөрөй. Киләсәккә пландарым ҙур ғына. Алла бирһә уларҙы тормошҡа ашыра алырмын тип ышанам, - ти Светлана Ибраһимова. Мәҡәләм геройының милли кейем-биҙәүестәрҙе тергеҙеү һәм үҫтереүҙәге эшендә уңыштар теләп ҡалабыҙ. Автор:Рәзилә Байғусҡарова.