18-енән 25 майға тиклем Учалы ҡалаһында «Файҙалы ҡаҙылмаларҙы байытыу» компетенцияһы буйынса «Профессионалдар» Һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионаттың йомғаҡлау (төбәк-ара) этабы ярыштары бара. Унда Рәсәйҙең 7 төбәгенән 8 колледж студенты үҙ оҫталығын күрһәтәсәк. – Һөнәри оҫталыҡ буйынса ҙур ярыш йәштәргә замандың иҡтисади ысынбарлығында ориентир алырға ярҙам итә, карьера үҫеше өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Эшсе һөнәрен һайлаған йәштәр бында үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтә ала, – тип билдәләне Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин. Ярыштар Учалы тау сәнәғәте колледжы майҙансығында үтә. Ҡатнашыусыларҙың һөнәри күнекмәләрен 12-нән ашыу эксперт баһалай, улар иҫәбендә профессиональ ойошмалар уҡытыусылары, производствоға өйрәтеү мастерҙары һәм предприятиеларҙың алдынғы хеҙмәткәрҙәре бар. Ярыштар менән бер рәттән Чемпионаттың эшлекле программаһы һәм уҡыусылар өсөн һөнәри йүнәлеш биреү әүҙемлеге (экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре) үткәрелә. Июндә Бөрө медицина-фармацевтика колледжы майҙансығында өс компетенция буйынса ярыштар үтәсәк: «Акушерлыҡ эше», «Дауалау эшмәкәрлеге (фельдшер)» йүнәлештәге төп категорияла һәм юниорҙар араһында. Ярыштарҙа 59 конкурсант, 59 эксперт ҡатнашасаҡ. Ҡатнашыусыларҙы жюри составындағы 11 эксперт һәм 14 индустриаль эксперт баһалаясаҡ. Фото: pravitelstvorb.ru