Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ир фажиғәле һәләк булған...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 20 майҙа төндә Авдон ауылындағы “Вишневое” баҡса ширҡәтендә янғын булған. Унда ике мунса һәм ике ағас баҡса йорто зыян күргән. Янғын урынын тикшереү барышында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған ир кәүҙәһе табыла, әлегә уның кем булыуы билдәһеҙ. Янғындың сәбәбе асыҡлана, тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе алып бара. Шулай уҡ 19 майҙа киске сәғәт 10-да Туймазы районындағы Ҡарат ауылында йорт янған. Ут “ҡапҡанынан” 1968 йылғы ир саҡ сығып ҡотолған, әммә йәрәхәттәр алған - ике ҡулын яндырған һәм ҡырҡҡан. Хөрмәтле дуҫтар, ошондай фажиғәгә осрамаҫ өсөн янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһен теүәл үтәгеҙ: боҙоҡ электр приборҙарын ҡулланмағыҙ, иҫкергән электр сымдарын яңыртығыҙ, өйҙә һәм түшәктә ятҡан килеш тәмәке тартмағыҙ! Мунса үҙе бер хәүеф сығанағы, шуға ла мейес яҡҡас, ҡарап тороғоҙ, ныҡ эҫетәм, тип атыҡ тырышып ташламағыҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 27 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Был осорҙа урманға сығыу һәм усаҡ яғыу тыйыла. Был ҡағиҙәләргә ҡолаҡ һалмаған кешеләргә штраф һалынасаҡ. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.