Зәйнәб Биишева исемендәге «КИТАП» нәшриәте һәм БР-ҙың атҡаҙанған артисы Шәһит Хамматов, «Йомарт» студияһы бәләкәс дуҫтарыбыҙҙы 21 майҙа сәғәт 17:00-дә Ленин урамы, 26-сы йортта урынлашҡан «КИТАП» магазинына башҡортса әкиәттәр уҡырға саҡыра! ПРОГРАММАЛА: 17.00 сәғ. Шәһит Хамматовтың бары тик һеҙҙең өсөн әҙерләнгән әкиәт тамашаһының ҡунағы булырһығыҙ. 18.00 сәғ.- уйындар, ирекле аралашыу. Атай-әсәйҙәр! Бәләкәсегеҙ Шәһит Хамматов менән бергә уйындар уйнап, ихлас аралашып, көлөп, йырлап-бейеп ҡайтһын тиһәгеҙ, был сараға мотлаҡ килегеҙ! 500 һумдан ашыу хаҡҡа китап алыусыларҙы шәптән-шәп бүләктәр көтә! Рәхим итегеҙ!