Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Айыуҙар һөжүмен башланы...

Яҙ башланыу менән айыуҙар әүҙемләште. Улар көндән-көн кешеләргә яҡыныраҡ килә кеүек. Бөгөн дә был януарға бәйле хәл тураһында яңылыҡ билдәле булды. Салауат районында Яҙғыйорт ауылы янында айыу атҡа һөжүм иткән һәм тәрән яралар ҡалдырған. Асыҡланыуынса, бейә ҡолонон яҡлап маташҡан. Бәхеткә күрә, ул был бәйгелә еңеп сыҡҡан. Был хәл тураһында “На земле Салавата” баҫмаһы хәбәр итә. Красотка ҡушаматлы бейә йәрәхәттәр алған. Айыу килеп сыҡҡан саҡта ул ҡолонлап торған булған. Теләһә ниндәй әсәй кеүек үк ул балаһын айыуға бирмәҫ өсөн һуғыша башлай һәм һөҙөмтәлә тайыштабан ҡаса. Ауыл кешеләре әйтеүенсә, был ат бик ҡырыҫ һәм етеҙ, бәлки, тап ошо холҡо уны ҡотҡарғандыр ҙа. Ҡолонға бер нимә лә булмаған. Был хәл уҙған аҙнала булған. Аттың хужаһы әйтеүенсә, яралы йәнлек көтөүлектә йөрөй. Ул ныҡ ҡурҡҡан һәм янына бер кемде лә ебәрмәй. Әйткәндәй, айыу нисектер “Электр көтөүсе” сымдары аша үткән. Был хәлдән һуң ул көтөүлеккә башҡа килмәгән, әммә кешеләр бындай һөжүмдәр тағы ҡабатланыр тип ҡурҡа. Фото: "На земле Салавата".