Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Ауылдаштарымдан дәрт алып йәшәйем”

Балтас районының Тушҡыр ауылы китапханасыһы Венера Фәнис ҡыҙы Хәмәтнурова мәктәпте тамамлағандан һуң Ижевск ҡалаһында Удмурт дәүләт университетында социаль-мәҙәни сервис һәм туризм белгеслеге буйынса белем ала. Тик яҙмыш уны башҡа һуҡмаҡтан алып китә, хәҙер ул бына 11 йыл инде тыуған ауылы Тушҡырҙа китапханасы булып эшләй. – Үҙ эшемде яратып башҡарам, – ти Венера Фәнис ҡыҙы. – Бала сағымдан уҡ китаптар уҡырға яраттым, хәҙер үҙем балаларҙа, үҫмерҙәрҙә әҙәбиәткә һөйөү уятырға тырышам. Китапхана китап һаҡлау урыны ғына түгел, ул аралашыу, ял итеү, саралар үткәреү урыны ла. Уҡыусыларыбыҙ беҙгә ҙур теләк менән йышыраҡ килһен өсөн береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ, йөкмәткелерәк саралар ойошторорға тейеш. Китап һөйөүселәрҙе ҡыҙыҡһындырыр өсөн улар менән бергә барырға, теләктәрен иҫәпкә алырға кәрәк. Ауыл китапханаһында “Ҡул эштәре оҫтаханаһы” проекты эшләй. Уға ярашлы, халыҡ өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Кәнфиттәрҙән гөлләмә яһау, бәйләм эше, сәйләндәрҙән төрлө композициялар барлыҡҡа килтереү йәштәргә лә, өлкәндәргә лә бик оҡшай. “Сәләмәтлек” төркөмө менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ. Скандинавтарса йөрөш, урмандарға экскурсиялар, күңелле старттар, сәләмәтлек сәғәттәре үткәрәбеҙ. Былтырҙан башлап Тушҡыр ауыл күп функциялы клубының мәҙәниәт белгесе Руфина Харипова менән туранан-тура трансляцияға сығып, ҡыҙыҡлы саралар ойошторабыҙ. Клубта эшләп килгән “Аҡ ҡалфаҡ” халыҡ театры менән спектаклдәр ҡуябыҙ. Ауылдашыбыҙ Рәлиә Сәғдиеваның “Ҡартлығым йәшлеге”, “Тәҙрәнән ҡарай сабый...” пьесаларын сәхнәләштерҙек. Тыуған ауылымда шундай дәртле, алсаҡ уҡыусыларым булғанға һөйөнәм, киләсәктә лә шулай ауылдаштарыма көс-дәрт өҫтәп, китапҡа һөйөү уятып, мәҙәниәт усағын һүндермәйенсә күңелле йәшәрбеҙ, тип уйлайым”. Венера Фәнис ҡыҙына яратҡан эшендә ҙур уңыштар теләйбеҙ! Фото: шәхси архивтан.