Зөлфиә Финал ҡыҙы Сабғийәнованың Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылының моделле китапханаһында эшләүенә инде 16 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Бынан тыш уңған ханым төрлө йүнәлештә йәмәғәт эшен алып бара – 14 йылға яҡын Иҫке Ҡалмаш ауыл советы ауыл биләмәһе депутаты, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, ирекмән. Зөлфиә Финал ҡыҙы Кушнаренко педагогия училищеһында башланғыс кластар уҡытыусыһына уҡыған, ә 2013 йылда Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлап, киптаханасы-библиограф һөнәрен ала. – Әле беренсе эш көндәремде уйлайым да, үҙемдең китапханасы эшен бик аҙ белгәнемде иҫкә төшөрәм. Башҡалар эшләгәндә бик еңел тойола ине – китапты табып бирәһең, алып килгәс, кире урынына ҡуяһың. Китапханасы һөнәре лә яуаплы, ауыр, күп хеҙмәт талап итә торған һөнәр икән. Китапханасы һөнәре ғәйәт киң даирәле, өҫтәмә белем биргән уҡытыусы, тип әйтер инем, сөнки күпме байлыҡҡа хужа бит беҙ: әҙәби әҫәрҙәр, энциклопедиялар, һүҙлектәр, электрон дәреслектәр, таблицалар