Ишембай районы Смаҡай ауылынан Фәүзиә һәм Әлмир Насыровтар ғаиләһе быйыл бәрәңгене Пионерҙар көнөндә ултыртҡан. Йәшлектәрен иҫкә төшөрөп, пионер галстуктарын бәйләп башҡарған улар был эште. Фәүзиә апай әйтеүенсә, уларҙың бәрәңге майҙаны ҙур түгел. Шулай ҙа тейешле тәрбиә арҡаһында уңыш йыл да күп була, хатта һатырға ла ҡала. Бәрәңге үҫтереүҙең үҙенең серҙәре лә бар. - Сәскән саҡта төрлө сорттарын ултыртабыҙ. Ҡасандыр 7-8 төрлө сорт сәсһәк, яйлап кәметә барабыҙ. Үҙебеҙгә иң оҡшағандары ғына тороп ҡала. Ашламаға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Иң беренсе бәрәңгегә тиреҫле ер кәрәк, былтыр ғына ошо маҡсатта күп итеп янған тиреҫ керттек. Яҡшы уңыш алыуҙың тағы ла бер сәбәбе – һәр ваҡыт бәрәңге төбөнә көл һалабыҙ. Көл – бәрәңге өсөн яҡшы туҡландырыу сараһы. Көлдөң тағы ла бер яҡшы үҙенсәлеге – ямғыр яуғанда көлдөң һыуы кибеп бармай, бәрәңгегә дым биреп тора. Йыл да шулай сәсәбеҙ һәм йыл да бәрәңге уңа, - тип һөйләне баҡса оҫтаһы. Кемдәр бәрәңге ултыртып өлгөрмәгән, Насыровтарҙың тәжрибәһенә бәлки ҡолаҡ һалырҙар. Фото һәм видео Фәүзиә Насырова архивынан.