Үзбәкстан делегацияһын Башҡортостандың Өфө районында урынлашҡан «Алға» махсус иҡтисади зонаһының бишенсе майҙансығы - «Өфө» индустриаль паркы резиденттарының эшмәкәрлеге менән таныштырҙылар. Фирғәнә өлкәһе хакимы Зойир Мирзаевҡа һәм Кустанай өлкәһе хакимы урынбаҫары Нуриддин Мамажоновҡа өҫтөнлөклө зонаның инфраструктураһын һәм уның биләмәһендә етештереү майҙансыҡтарын урынлаштырыуҙың өҫтөнлөктәрен күрһәттеләр. Сәфәрҙең төп пункттарының береһе «Алға» айырым иҡтисади зонаһының киңәйтелгәндән һуң бишенсе майҙансығының тәүге резиденты булған «Амкодор-Ағиҙел» ауыл хужалығы ҡорамалдары етештереү предприятиеһына барыу булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, инвестор өсөн етештереү комплексын Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы, махсус иҡтисади зонаның идарасы компанияһы бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә - туғыҙ айҙа төҙөнө. Үҙ сиратында делегация ағзалары производствоның күләмле булыуын билдәләне. Шулай уҡ улар идарасы компанияның потенциаль, шулай уҡ махсус иҡтисади зонаның ғәмәлдәге резиденттары менән үҙ-ара эш и
Үзбәкстан делегацияһы "Алға" айырым иҡтисади биләмәһендә булды
20 мая 202420 мая 2024
~1 мин