17 майҙа Өфөлә “Хәрби бейеклек” патриотик йыр фестивале үтте. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Ирек Сәғитов ҡатнашты. Ул сарала ҡатнашыусыларҙы тәрбикләп кенә ҡалманы, ә үҙе лә йырланы. Был турала вице-премьер социаль селтәрҙә үҙенең сәхифәһендә яҙҙы. “Фестивалдә “Зинһар, иҫән ҡайтығыҙ” йырын башҡарҙым. Уны мин әлеге ваҡытта махсус хәрби операция зонаһында булған яугирҙәргә арнаным. Музыка авторы Илназ Бах, һүҙҙәрен Альбина Рэжэб яҙған. Фестивалдең мөһимлеге һәм әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, ул беҙгә ҡунаҡсыл Башҡортостан ерендә илебеҙ йәштәре коллективтарын йыйырға мөмкинлек бирә”, – тип яҙҙы ул. Вице-премьерҙың йыры һәм башҡарыуы беҙгә бик оҡшаны. Ә һеҙгә? Фото: скрин-шот.