Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Күңел һалып атҡарған эшкә бер ни етмәй!

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған “Китапҡа һөйөү уятам” тип исемләнгән конкурста ҡатнашҡан Эльмира Рәфил ҡыҙы Рафиҡова Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы үҙәк китапханаһында китапханасы булып эшләй. Ул ошо уҡ райондың Мырҙа ауылында Гәүһәр менән Рәфил Бикташевтарҙың ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Төп белемде Стәрлетамаҡ ҡалаһының В. И. Ленин исемендәге 2-се лицей интернатында алған, һуңынан БДУ-ның филология факультетын тамамлаған. Ситтән тороп уҡыған, уның араһында төрлө йылдарҙа Һарыһаҙ, Баҡсалы, Күлләр ауылдарында ваҡытлыса башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләргә тура килгән. Тормош иптәше Альберт Филарис улы менән ҡауышҡас, Ҡырмыҫҡалы үҙәк районында төпләнгәндәр һәм әлеге көндә шунда тормош көтәләр. Әҙилә, Эльнара, Әмилә исемле өс матур ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Оло ҡыҙҙары - Башҡорт иҡтисади-юридик колледжының 2-се курс студенты, уртансылары – 9-сы, төпсөктәре 1-се классты тамамлай. 2011-2016 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районының башҡорт телендә баҫылған "Даирә" гәзитендә йыйыу буйынса оператор, хәбәрсе булып эшләгән. Һуңынан, 2020 йылда, райондың үҙәк китапханаһына эшкә барған. - Бында мин дүртенсе йыл инде китапханасы булып хеҙмәт итәм. Беҙҙең эш мәҙәниәт менән бәйле, шуға минең эш китап биреп, алып ҡына ултырыуҙа түгел, бирелгән план буйынса китапханала үҫмерҙәр һәм ололар өсөн төрлө саралар, осрашыуҙар үткәреү ҙә беҙҙең иңдә. Район, республика кимәлендә үткән мәҙәни сараларҙа ла актив ҡатнашам. Шулай уҡ флешмоб, акция, конкурс булһынмы, быларҙың барыһын да үтәргә тырышам, – ти уңған китапханасы. Эльмира Рәфил ҡыҙының тырышлығын диплом, маҡтау ҡағыҙҙары менән баһалайҙар. Ул Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылған “Аҡмулла арбаһы” проекты сиктәрендә уҙғарылған “Иң күп китап уҡыусы ауыл” республика бәйгеһенең “Иң шәп китапханасы” номинацияһында еңеүсе булған һәм - Диплом, “Китап-байрам” халыҡ-ара китап йәрминкәһендә әүҙем ҡатнашҡан өсөн БР Мәҙәниәт министры Ә. Шафиҡованың, китапты һәм уҡыуҙы пропагандалау,емешле хеҙмәт өсөн район мәҙәниәт һарайы етәксеһе Р. Мөхәмәҙиеваның, Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры С. Дмитриеваның Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. - Мәҙәниәт кешеһенең эшен күрә белгән, аңлай белгән кеше генә ҡабул итә ала. Эшем оҡшай, бар нимәгә күңелемде һалып эшләргә тырышам. Эшемде аңлап ҡабул иткән ғаиләмә, яҡындарыма рәхмәт, - ти Эльмира Рафиҡова. - Форсаттан файҙаланып, бергә эшләгән хеҙмәттәштәремде һөнәри байрам менән ҡотлайым һәм ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, өҙлөкһөҙ хеҙмәтебеҙҙә бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс һәм уңыштар теләйем! Фотолар: Эльмира Рафиҡованың шәхси архивынан.