Найти тему
Башҡортостан гәзите

Барыһы ла Әлиәне көтөп ала

Бөгөн китапханалар китап биреү менән генә сикләнмәй, уларҙың эшмәкәрлек даирәһе күпкә киң. Әленән-әле төрлө кисәләр, мауыҡтырғыс саралар, уйындар, осрашыуҙар үткәрә. Бындай сараларҙа Әлиә Дауытбаева сценарий яҙыусы, кисәләрҙе алып барыусы, декорация эшләүсе лә. Баймаҡ районының Үрге Иҙрис ҡыҙы Әлиә Күгиҙел ауылына килен булып төшә. Үҙ һөнәре буйынса ауылда эш булмағас, китапханға барырға тәҡдим иткәстәр, ризалаша. Һәм үкенмәй. Бөгөн ауылда үткән төрлө мәҙәни саралар булһынмы, осрашыуҙар йә иһә байрам, өмәләр, конкурстармы – барыһында ла Әлиә Дауытбаева ойоштороусы, әйҙәүсе һәм үҙе лә әүҙем ҡатнашыусы. Шуға күрә ауылдаштары уны һәр саҡ көтөп ала, хөрмәт менән ҡарай, ихтирам итә. “Минең ауыл китапханасыһы булып эшләй башлауыма күп тә түгел, 2020 йылдың февраль айында ҡурҡа-ҡурҡа ғына эш башланым. Нишләп ҡурҡып тиеп һорарһығыҙ, сөнки минең уҡыған белемем һәм хеҙмәт стажым хисапсы (бухгалтер). Шунлыҡтан халыҡ мине нисек ҡабул итер, нисек эшләп китермен, балалар менән уртаҡ тел табырмынмы, элекке китапханасының ышанысын аҡлармынмы тигән уйҙар борсой ине. Аллаға шөкөр, ситтән тороп уҡып китапханасы тигән дипломға эйә булдым, эшемде яратып башҡарам, оҡшай. Иң мөһиме: ауыл халҡы менән уртаҡ тел таптыҡ. Эйе, китапханасының эше китап биреп ултырыу ғына түгел. Китап һөйөүселәр, ағинәйҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм мәктәп коллективы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Баймаҡ районы буйынса 2021 йылда "Сәләмәт ауыл" конкурсында гран-при яуланыҡ. Был беҙҙең өсөн был оло еңеү булды. Ҙур күләмле сараларҙы ла ауыл халҡы менән бергә әүҙем һәм сағыу итеп үткәреп ебәрәбеҙ. Мәҫәлән: "Моңдар ҡайтты ауылға", "Аҙнаның ете көнө-ауылымдың ете уйы", "Йүгереү марафоны", "Йырлап үткән ғүмер"- юбилей кисәһе, "Ауылым биҙәктәре-Күгиҙелем ҡыҙҙары" һәм башҡалар. Китапхана дәрестәре һәм сараларын һәр төрлө йүнәлештә үҫтерергә, заманса атларға тырышам. Әле алда эшләнәсәк эштәр һәм пландар бик күп”, - ти Күгиҙел ауылы китапханасыһы. Ауыл бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, китапхананың һаҡланып ҡалыуы район етәкселәре һәм Баймаҡ биләмә-ара китапханасылар селтәре директоры Зилә Мортазинаның да оло хеҙмәте ул. Китапхана бар ерҙә – мәҙәниәт бар, һаҡлана һәм үҫешә. Ауыл халҡы китап уҡымай тип әйтеп булмай, яҡшы китаптарға һәр саҡ һорау ҙур. “Иң күп китап уҡыусы ғаилә" район конкурсында Күгиҙел ауылынан Гөлзаһира һәм Урал Мәжитовтарҙың беренсе урын алыуы ла ауыл халҡының китапҡа ҡарата һөйөүөн дәлилләй. Мәктәптә ни бары биш кенә бала уҡый, әммә бөтәһе лә китапханасы Әлиә апайҙарын һағынып көтөп торалар, сөнки улар менән дә төрлө темаға саралар, бергәләшеп китап донъяһына сәйәхәт ҡылалар, тирә-яҡтың ер-һыу атамаларын өйрәнеп, экскурсияларға йөрөйҙәр, ололарҙан уларҙың тарихтарын яҙып алып, төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар. Хатта ҡыш көндәрендә бергәләп саңғы шыуалар, саф һауанан йөрөп ҡайтҡас, “Оҫта ҡулдар” түңәрәгендә төрлө ҡул эштәренә өйрәнергә лә ваҡыт таба улар. Китапханала яңы сыҡҡан китаптар, иҫтәлекле даталарға арналған күргәҙмәләр һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе күрергә була. “Китапханаларға халыҡ йөрөмәй тип әйтә алмайым. Күберәк оло быуын, уҡыусылар юлды һыуытмай. Китап һораусыларҙың өйҙәренә лә китап алып барабыҙ. Ошонда уҡ төрлө әҙәби кисәләр, яҙыусылар менән осрашыуҙар үтә”, – ти Әлиә Дауытбаева. Дуҫтар, һеҙ ҙә Әлиә Дауытбаеваға тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ! Уға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ! Фото: Әлиә Дауытбаеваның шәхси архивынан