Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҙур тәжрибә алып ҡайттылар

"Мәғариф" милли проектының "Социаль әүҙемлек" төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ишембай районы студенттары Өфөлә булды. 13-15 майҙа республиканың баш ҡалаһында йәштәр “Смарт-тау” төбәк мәғариф форумында берләште. Форум "Президент Отель" майҙансығында үтте. Өс көн дауамында “Уңыш инсайты” фестивале барышында ҡатнашыусылар өсөн социаль проектлау темаһына оҫталыҡ дәрестәре, фекер алышыуҙар һәм интенсивтар ойошторолдо. Егеттәр һәм ҡыҙҙар Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ белгестәре алдында үҙҙәренең проекттарын яҡланы һәм ҡиммәтле кәңәштәр алды. Конкурста Ишембай районынан йәштәр эштәре буйынса комитеттың йәштәр менән эшләү буйынса төп белгесе Виктория Пескова, Өфө фән һәм технологиялар университетының Ишембай филиалы студенты Фидан Абдуллин, Ишембай профессиональ колледжы студенты Эллина Шакирова, шулай уҡ йәш эшҡыуар Константин Вышинский, ирекмән сифатында Ишембай профессиональ колледжы студенты Дмитрий Бардуков ҡатнашты. "Һис шикһеҙ, беҙҙең һәр студент форумда яңы белем, күңелле һәм файҙалы танышыуҙар, үҙ проектын яҙыуҙа һәм уңышлы яҡлауҙа фишкалар һәм серҙәр алды. Былар барыһы ла яңы ҡыҙыҡлы пландарҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа мотлаҡ кәрәк буласаҡ", – тип билдәләнеләр Ишембай районы хакимиәтендә. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ишембай районы хакимиәте.