“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының “Брюс” позывнойлы яугире алғы һыҙыҡта батырлыҡ күрһәткән. Был хаҡта уның хеҙмәттәше һөйләгән. Ғинуар айы иртәһендә рота урман һыҙатында урын алырға һәм нығынырға тейеш булған. Тик уларҙы дошмандың пилотһыҙ осоу аппараты күреп ҡала. Артиллерия һөжүме башлана. Тиҙҙән дошман танкы ла эшкә тотона. Яугирҙәр көслө ут ҡамауында ҡала. Сираттағы артиллерия уты осҡан мәлдә “Брюс” артындағы командирға “Ята һал!” тип ҡысҡыра һәм уны кәүҙәһе менән ҡаплай. Шулай итеп, ул үҙенең командирының ғүмерен һаҡлай, ә үҙе яралана һәм контузия ала. Госпиталдә дауаланғас, “Брюс” йәнә алғы һыҙыҡҡа йүнәлә. 55 йәшлек яугир контракт төҙөгәнгә тиклем “Башавтотранс”та 15 йыл водитель булып эшләгән, типяҙа “Альшеевские вести”. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: https://vk.com/alshvesti