Найти тему

Яңауылдар алдынғылыҡты бирмәй

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондары һәм ҡала округтарының “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексында тест үткәреү үҙәктәре етәкселәре һәм администраторҙарының семинар-кәңәшмәһе үтте. Сараны “Демография” милли проектының “Спорт йәшәү нормаһы” төбәк проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторҙолар. Семинарҙа ГТО комплексын тормошҡа ашырыу һәм Нефтекама ҡалаһында үтәсәк Йәйге Республика фестиваленә әҙерлек тураһында мөһим мәсьәләләр тикшерелде. Фекер алышыу һөҙөмтәле булды, ике бурысты ла уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн конструктив идеялар тәҡдим ителде. Программаның төрлө аспекттарын тикшерҙеләр, төп моменттарҙы һәм киләсәккә эш планын билдәләнеләр. Семинар-кәңәшмәлә Яңауыл ҡалаһының “Йәшлек” спорт мәктәбе белгестәре әүҙем ҡатнашты. Яңауыл районының муниципаль тест үткәреү үҙәге әллә нисә йыл рәттән алдынғы позициялар биләй. 2023 йыл да ситтә ҡалманы, тест үткәреү үҙәге республиканың район-ҡалалары араһында Башҡортостан Республикаһының ГТО комплексы рейтингында икенсе урын алды һәм кубок, диплом менән билдәләнде. Тест үткәреү үҙәге белгестәре “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексын алға этәреүгә һәм пропагандалауға ҙур өлөш индерә. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: "Йәшлек" спорт мәктәбе.