Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Йәшел" рулет эшләп алайыҡ!

Әле баҡсала эштең иң күп сағы. Шуға күрә тиҙ генә эшләнә торған ризыҡ тәҡдим итәбеҙ. "Йәшел" рулет өсөн ләүәш кәрәк. Уны йәйеп, өҫтөнә аҡ май һылайбыҙ. Артабан уның өҫтөнә ҡырҡылған татлы борос, шпинат, ваҡлап киҫелгән кинза һәм бер аҙ ғына һарымһаҡ (махсус һарымһаҡ үткәргестә сығарып алабыҙ) һалабыҙ. Рулетты төрөп, 30-40 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Әҙер рулетты матурлап ҡырҡып, тәрилкәләргә һалабыҙ. Ғөмүмән, ләүәшкә күңелегеҙгә хуш килгән бар йәшелсәләрҙе лә төрөргә мөмкин. Бындай рулет бигерәк тә баҡса эштәре ваҡытта бик уңайлы. Кәйефте күтәреп тә ебәрә, туҡлыҡлы һәм файҙалы ла. Фото: асыҡ сығанаҡтан.