Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уҡыусылар уникаль машина йыйҙы

Өфө вуз-ара кампусында өлкән класс уҡыусылары араһында “Башҡортостандың ҡара алтыны” республика чемпионаты үтте. Өфө дәүләт нефть техник университеты Голдберг машинаһын төҙөү буйынса турнирға Рәсәй машина эшләүселәр союзының ассоциацияланған мәктәп уҡыусыларын саҡырҙы. “Башҡортостандың ҡара алтыны” – абитуриенттар өсөн белем биреүсе инженер уйыны. Проект “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә ӨДНТУ-ның Евразия политехник мәктәбе тарафынан тормошҡа ашырыла. Чемпионат барышында командалар ябай хәрәкәттәрҙе ҡатмарлы итеп башҡарыусы ҡорамалдар проектланы һәм эшкә ҡушты. Һәр машина нигеҙенә “домино” принцибы һалынған: төрлө деталдәр үҙ-ара ярашып эш итә. Конструкторлау өсөн бөтәһенә лә стандарт материалдар йыйылмаһы бирелгән. Бурыс өс этаптан торған: Голдберг машинаһын проектлау, уны наставник-модераторҙар алдында яҡлау һәм эшләтеп ебәреү. Ҡорамал бирелгән заданиеға ярашлы күрһәтелгән ваҡытта тейешле тәртиптә туҡтауһыҙ эшләргә тейеш. ӨДТНУ Евразия политехник мәктәбе бындай чемпионатты бишенсе тапҡыр уҙғара, ул Машина төҙөүселәр союзының юбилейына тура килә. ”Башҡортостандың ҡара алтыны” чемпионатында иң талантлы уҡыусылар нефть университетына уҡырға килергә саҡырыу ҙа ала. Чемпионат йомғаҡтары буйынса 62-се лицейҙың «62Industries» 9-сы класс уҡыусылары еңеүсе булған. Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23926/