Найти тему
Башҡортостан гәзите

Чемпион Айгиз Зәйнетдиновтың "Батыр" клубы асылды

Ошо көндәрҙә Миәкә районы үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкәлә милли көрәш буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы, билдәле тренер Айгиз Зәйнетдиновтың “Батыр” тип аталған көрәш клубы асылды. Сарала район хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов, урындағы шәхси эшҡыуар, спонсор Раил Исламов, республиканан, илдең төрлө төбәктәренән спортсылар, тренерҙар, Миәкәнең көрәш менән шөғөлләнгән малайҙары, ҡыҙҙары, уларҙың ата-әсәләре һәм башҡалар ҡатнашты. Тантаналағы сығышында Ришат Ғәбдрәшит улы әлеге ваҡиғаның райондың бөгөнгөһө, киләсәге өсөн ни тиклем мөһим булыуын билдәләне. – Балаларҙың, ата-әсәләрҙең шул хәтлем шатланғанын күреү – оло ҡыуаныс. “Батыр” клубы районыбыҙға ғына түгел, барлыҡ республикабыҙға, илебеҙгә күп чемпиондар үҫтерер тип ышанам. Айгиз Ғәлиулла улын беләм: ул ошо эшкә артабан да бөтә күңелен һаласаҡ. Спорттың нимә икәнен яҡшы аңлаған кеше булараҡ, һәр баланы иғтибар үҙәгендә тотасаҡ, алға ынтылыш бирәсәк, өмөттәрен һүрелтмәйәсәк. Клубта шөғөлләнгән барлыҡ йәш спортсыларыбыҙға тренерҙары кеүек юғары үрҙәр яулауын, ысын кеше булып үҫеүҙәрен теләйем, – тине район хакимиәте башлығы. Ришат Ғәбдрәшит улы заманса клуб төҙөүгә ҙур матди ярҙам күрһәткән Раил Исламовҡа рәхмәт белдерҙе. “Уның районыбыҙ өсөн башҡарған эштәре бихисап. Яңы биҫтәләрҙә тәүге өйҙәрҙе лә Раил Ринат улы төҙөттө. Һөҙөмтәлә әллә күпме етем баланы йортло итте. Һәр ғәмәле менән киләсәгебеҙҙе ҡайғырта ул. Матди яҡтан ғына түгел, рухи йәһәттән дә бай кеше генә шундай эштәрҙе башҡара ала. Раил Ринат улы – тап шундайҙарҙан”, – тине Ришат Аҡтуғанов. Эшҡыуар Раил Исламов иһә әлеге шатлыҡлы ваҡиғаның башында Айгиз Зәйнетдиновтың тороуын билдәләне. “Мин уның эшмәкәрлеген өс йыл самаһы күҙәтеп йөрөнөм. Район балаларынан көрәшселәр тәрбиәләү өсөн нисек ихлас тырышҡанын, ныҡышмаллығын күрҙем. Айгизгә ҡарап, күңелем асылды. Ғүмер бер генә, әҙәм балаһынан киләсәк өсөн изге эштәр ҡалырға тейеш”, – тип һөйләне Раил Ринат улы. Ул шулай уҡ яңы пландары менән дә уртаҡлашты: көрәш буйынса күсмә команда кубогы булдырырға ниәтләй, сара йыл да уҙғарыласаҡ, приз фонды – бер миллион һум! “Быны беҙ, әлбиттә, йәш быуында спортҡа ынтылышты көсәйтеү өсөн эшләйәсәкбеҙ”, – тине Раил Исламов. Билдәле булыуынса, Айгиз Зәйнетдинов – күп йылдар инде дин юлынан барған спортсы. Ул ҡатыны Роза ханым менән дүрт бала үҫтерә. Йәш ғаилә улдары һәм ҡыҙҙарын да Ислам дине нигеҙендә тәрбиәләй, барыһын да спортҡа ылыҡтыра. Бәләкәй булһалар ҙа, Ислам менән Имрандың көрәш, турникта ҡалҡыныу буйынса байтаҡ ҡаҙаныштары бар. Әлеге сарала райондың имам-мөхтәсибе Азамат хәҙрәт Синәкәев Зәйнетдиновтарҙың ошо күркәм өлгөһөн, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә индергән өлөштәрен, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙарын билдәләп, уларға урындағы мөхтәсибәттең рәхмәт хатын тапшырҙы. – Районыбыҙҙа һуңғы йылдарҙа спорттың йылдам үҫеш алыуы һөйөндөрә. Был тәү сиратта беҙҙең тренерҙарыбыҙҙың тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Көсөн, ваҡытын йәлләмәйенсә, төрлө ҡаршылыҡтарға бирешмәйенсә, улар күңеле ҡушҡанды атҡара. Беҙҙең тренерҙарыбыҙҙың барыһы ла – дин юлындағы иманлы ғаилә башлығы, лайыҡлы атай һәм ир, – тине сығышында Азамат хәҙрәт. – Йәш быуынды рухлы, иманлы, көслө ихтыярлы итеп тәрбиәләү – етәкселәрҙең, мәктәптең, атай-әсәйҙәрҙең һәм әлеге осраҡта тренерҙарҙың уртаҡ бурысы. Ошолай бер маҡсатта эш алып барһаҡ, иншаллаһ, балаларыбыҙ бер-береһен белеп, аралашып, ныҡлы булып үҫер, “виртуаль донъяла осоп” йөрөмәҫ. Азамат хәҙрәт шулай уҡ 8-се класс уҡыусыһы, ирекле көрәш буйынса спорт мастерына кандидат Мансур Ғабдрахмановҡа юғары ҡаҙаныштары, йәш быуынға өлгө күрһәткәне өсөн мөхтәсибәттең рәхмәт хатын тапшырҙы, уға һәм Айгиз Зәйнетдиновҡа “Ҡөрьән Кәрим” китаптарын бүләк итте. Башҡортостандың Ҡатнаш көрәш сәнғәте (ММА) ойошмаһы вице-президенты Заһир Түләбаев үҙенең сығышында уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында республикабыҙ командаһының Махачкалала үткән ирекле көрәш буйынса турнирҙа беренсе урын алып, СССР чемпиондары булып танылғанын хәтергә төшөрҙө. “Ошо ваҡиға ғына ла беҙҙең электән килгән көс-ҡеүәтебеҙ, ҙур мөмкинлектәребеҙ, был юлды дауам итергә тейешлегебеҙ хаҡында һөйләй, – тине ул. – Әлбиттә, чемпион булыу төп маҡсат түгел. Иң мөһиме – йәштәребеҙҙең рухлы, көслө ихтыярлы, ысын кеше булып үҫеүе. Спорт тап шундай ынтылыш бирә. Бөгөн асылған клуб, һис шикһеҙ, тәрбиә эшендә ныҡлы терәк буласаҡ”. Күркәм тантанала Башҡортостандың халыҡ артисы, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов сығыш яһап, туғаны Айгизгә яңынан-яңы уңыштар, ҙур еңеүҙәр теләне, ғорурланыуын белдерҙе. “Быйыл Ҡазан ҡалаһында ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары үтәсәк. Айгиз ундағы милли көрәш буйынса ярышҡа һайлап алынды. Туғаныма ҙур уңыштар теләйем. Уның был клуб эшмәкәрлеген киң йәйелдерәсәгенә, үҙе кеүек чемпиондар үҫтерәсәгенә ихлас ышанам, – тине Миңлеғәфүр Зәйнетдинов. – Балаларын көрәшкә йөрөткән атай-әсәйҙәргә ҙур рәхмәт белдерәм: бөгөнгө тырышлығығыҙ киләсәктә үҙ емештәрен бирәсәк”. Тантанала шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Тимур Рамаҙанов, төрлө яҡтан килгән спортсылар, тренерҙар сығыш яһап, изге теләктәрен еткерҙе, атай-әсәйҙәр Роза һәм Айгиз Зәйнетдиновтарға рәхмәт әйтте, бүләктәр тапшырҙы. ...“Бер-берегеҙҙе изге эш-ғәмәлдәр менән уҙырға тырышығыҙ”, – тиелә “Ҡөрьән Кәрим”дә. Йәштәребеҙҙе сәләмәт, динле, рухлы, айыҡ аҡыллы, көслө ихтыярлы итеп тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйып, ошо йәһәттән киң эшмәкәрлек алып барған донъя чемпионы Айгиз Зәйнетдинов, уны ҡеүәтләп, ярҙам итеп торған Миәкә эшҡыуарҙары, район етәкселеге, дини ҡәрҙәштәр изге ғәмәлдәре менән күптәргә ҙур өлгө күрһәтә. Ниәттәре тормошҡа ашһын замандаштарыбыҙҙың, Аллаһ Тәғәлә сауаптарын насип итһен! Фотоларҙа: 1. Эшҡыуар Раил Исламов, район хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов, тренер Айгиз Зәйнетдинов “Батыр” клубын аса. 2. Айгиз Зәйнетдинов. 3. Миәкәнең йәш көрәшселәренән бер төркөм. 4. Имам-мөхтәсиб йәш спортсы Мансур Ғабдрахманов менән тренер Айгиз Зәйнетдиновҡа рәхмәт хаттары һәм “Ҡөрьән Кәрим” китаптарын тапшырҙы. Автор фотолары. Миәкә районы.