Фатима Рауил ҡыҙы Яҡупова 2022 йылдан Илеш районының Исәмәт ауылы китапханасыһы булып эшләй башлаған. Ошо ҡыҫҡа ваҡытта ул төрлө быуын кешеләре менән уртаҡ тел табып, эшен матур итеп ойоштороуға өлгәшкән. Китапханала 30 – 60 йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн мәҙәни-ял итеү йүнәлешендәге “Гармония” аралашыу клубы эшләй. Осрашыуҙарҙа төрлө саралар үткәрәләр: оҫталыҡ дәрестәре, уҡыу көндәре, иҫтәлекле даталарға, викториналар, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан файҙалы кәңәштәр көндәре була. Мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар менән танып белеү, уйын, интеллектуаль саралар үткәрелә. Пушкин картаһы проекты сиктәрендә, үҫмерҙәр менән әүҙем эш алып барыла. Шулай уҡ мөһим даталарға китап күргәҙмәләре ойошторолар, төрлө акцияларҙа, шул иҫәптән урам акцияларында ла ҡатнашалар. Уңған китапханасы Фатима Яҡупова “Башҡортостан” гәзитенең 27 май Китапханасылар көнө һәм 24-26 майҙа үтәсәк “Китап байрамы” уңайынан китапханасылар араһында ойошторған “Китапҡа һөйөү уятам” тигән конкурста ҡатнаша. Уңыштар теләйбеҙ! Фотолар: Фатима Яҡупованың ғаилә альбомынан.