Найти тему
Башҡортостан гәзите

Полицейскийҙарға бензин һипкән...

Өфөнөң Калинин районында йәшәгән ир РФ Енәйәт кодексының 318-се статьяһының 1-се өлөшө (власть вәкиле үҙенең вазифа бурыстарын үтәгән саҡта уға ҡарата һаулыҡ өсөн хәүефле булмаған көс ҡулланыу), шулай уҡ РФ Енәйәт кодексының 116-се статьяһы (хулиганлыҡ маҡсатында туҡмау) буйынса ғәйепле тип табылған. Суд барышында билдәләнеүенсә, алынған мөрәжәғәтте тикшерергә килгән полиция хеҙмәткәрҙәренә был ир шешәнән бензин һипкән һәм, аңлатма биреү өсөн полиция автомобиленә инеү талабын инҡар итеп, бер нисә тапҡыр аяғы менән типкән. Бер айҙан һуң “Инорс” биҫтәһендә иҫерек килеш ул үтеп барған ҡатын-ҡыҙға йүгереп килә һәм, хулиганлыҡ маҡсатынан, уларға бер нисә тапҡыр һуға. Һөжүмгә дусар ителгән ҡатын-ҡыҙҙар араһында бәлиғ булмаған үҫмер ҙә бар. Һуғыш суҡмарының был ҡылығы видеокүҙәтеү камералары объективтарына эләккән, шуның һөҙөмтәһендә был ир ҡулға алына. Хөкөм ителеүсе үҙ ғәйебен таный. Бынан алда ул автомобилде ҡыуып алып киткән өсөн дә хөкөм ителгән булған. Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, суд уны колония-ҡасабала йәшәү шарты менән ике йыл да алты айға иркенән мәхрүм иткән. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.