Ҡәйнә-ҡайны менән бер йортта йәшәү йолаһы хәҙер һирәк күренешкә әүерелә бара. Йәш ғаиләләр күберәк айырым донъя көтөүҙе хуп күрә. Ә бит төпсөк улдарҙың атай йортонда төпләнеп, ата-әсәйҙәрен хәстәрләүе – борондан ҡалған изге йола. Бөгөн дә арабыҙҙа ошондай күркәм ғаиләләр бар. Уларҙың береһе – Ишембай районының Кинйәкәй ауылынан Әлфиә менән Финат Ғизәтуллиндар. Өйләнешкәндән алып улар егеттең тыуған йортонда донъя көтә. Әлшәй ҡыҙы менән Ишембай районы егетен яҙмыш нисек осраштырған? Әңгәмәбеҙ ошо хаҡта һөйләшеүҙән башланды. Аксен ауыл хужалығы техникумында бухгалтер һөнәренә уҡып сыҡҡандан һуң, яҙмыш Әлфиәне Ишембай районының Кинйәкәй ауылына илтә. Яңы ғына уҡыу йортон тамамлаған йәш белгесте “Маяҡ” колхозына баш иҡтисадсы итеп алалар. Ул урынлашҡан йорттоң ҡаршыһында ғына буласаҡ тормош иптәше Финат йәшәй. Иң беренсе ул егеттең әсәһе менән таныша. - Бер мәл Финаттың әсәһе, минең буласаҡ ҡәйнәм беҙгә үҙенең йомошо менән инде. Хужабикә инәй өйҙә булмағас, мин уға сәй эсереп сығарҙым. “Шул ҡыҙҙы үҙемә килен итеп алам”, – тип әйтә ул, өйөнә ҡайтҡас. Аҙаҡ икенсе бер инәйгә йәшәргә күскәс кенә Финат менән дуҫлашып киттек. Әле лә хәтеремдә, Финат мине клубҡа Яңы йыл кисәһенә саҡырырға килгәйне. Уның менән барырғамы икән, тип икеләнеп торған арала йорт хужабикәһе: “Яҡшы егет ул, сыҡ уның менән клубҡа”, – тине. Бер нисә йыл дуҫлашып йөрөгәс, өйләнештек. Хәҙер 26 йыл бергәбеҙ, – тине Әлфиә Тәлғәт ҡыҙы, йәш саҡтарын хәтергә алып. Шуныһы ҡыҙыҡлы, Әлфиә лә, Финат та – үҙҙәре үҫкән ғаиләләрендә иң кеселәре. Электән төпсөк малай атай нигеҙен һыуытмай, ололарҙы ҡарап донъя көткән. Йәш ғаилә лә ситтә үҙҙәренең бәхетен эҙләп йөрөмәй, төп йортта донъя көтөп алып китә. Икеһенең дә эше булыуы ла ауылда ҡалырға йоғонто яһай. Береһе – колхозда, икенсеһе урмансылыҡта хеҙмәт итә. - Был һеҙҙең йортоғоҙ, ауылда төпләнегеҙ. Дүрт мөйөшкә дүрт сәңгелдәк элергә кәрәк инде, – тип ул ваҡытта йәштәргә шаяртып әйтһәләр ҙә, ошо теләктәр тормошҡа аша. Ғизәтуллиндарҙың бер-бер артлы дүрт балалары донъяға килә: Илгиз, Әминә, Нәфисә, Мәҙинә. Иң өлкәненә хәҙер – 25, иң кесеһенә – 12 йәш. Тәүге өсәүһе һөнәр алып үҙаллы эшләп тә йөрөй. -Үҙемдең әсәйем дә 40 йыл ҡәйнәһе менән йәшәгәс, мин бәләкәйҙән өләсәй тәрбиәһен күреп үҫтем. Шуға ла ололар менән бер йортта йәшәү ғәҙәти һымаҡ ине. Ҡәйнәм һәйбәт булды. “Төндә балаларың менән йоҡлай алмайһың”, – тип иртәнсәк һыйыр һауырға ла сығарманы, хатта көндөҙ ҙә ял итеп алырға ҡуша ине. Оло кеше – өйгә тере йоҙаҡ. Беҙ эштә йөрөнөк, балалар һәр ваҡыт ҡараулы булды. Эштән ҡайтыуыбыҙға аш бешереп ҡуйҙы. Әле лә хәтеремдә, сабый көткән сағымда, “Килен, бәлки, һинең нимәлер ашағың киләлер, шуны бешерәйем”, – тип һорай ине. Ҡәйнәмдең изгелеге онотолмай, бик рәхмәтлемен уға. Шуға ҡартлығында беҙ уға хөрмәт күрһәтәбеҙ, – тине игелекле килен. Хәҙер инде ҡәйнәһе Мәрйәм Сәйфулла ҡыҙына 91 йәш. Һуңғы осорҙа ғына ҡартлыҡҡа бирешеп киткән. Бығаса уның ҡулынан эш төшмәгән. Ғөмүмән, элекке быуынға эшһеҙ ултырыу – ят күренеш. Мәрйәм инәй былтыр ҙа баҡсала бәрәңге уташҡан әле. Йәш сағынан уҡ егәрле була ул. Һатыусы ла булып эшләгән, шәлен дә бәйләп һатҡан. Буш ваҡытта китап уҡырға яратҡан, гәзит-журналдарҙы ла күпләп яҙҙырған. Яҡындары Мәрйәм Сәйфулла ҡыҙының тағы ла бер матур сифатына һоҡлана. “Кемделер тикшереп ултырһалар, шунда уҡ туҡтата, кеше һөйләгәнде яратмай”, – тиҙәр. Балаларына өлгө булып матур ҡартая Мәрйәм инәй. Өләсәй тәрбиәһе татып үҫкән ейән-ейәнсәрҙәре лә олоно – оло итә. Ғөмүмән, ҡәйнә менән татыу йәшәүҙең дә үҙ сере бар. Был йәһәттән Әлфиә Тәлғәт ҡыҙының фекерен тыңлайыҡ. -Ҡәйнә менән йәшәгән киленгә сабыр була белергә, ололарҙы хөрмәт итергә, уларҙы тыңларға кәрәк. Шуға ла беҙ һәр ваҡыт матур мөнәсәбәттә йәшәнек. Кеше араһында “Әлдә киленем бар” тип мине маҡтап ебәрһә, күңелем үҫеп китә торғайны. Ҡәйнәм үҙенең ауылын да ныҡ ярата. Ҡалаға барһа ла, түҙмәй тиҙерәк ҡайтып етә, – тип һөйләне килене. “Килен ҡәйнә тупрағынан ярала” тип юҡҡа әйтмәгән халыҡ. Ҡәйнәһе һымаҡ килене лә, бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, ололарға хөрмәт менән ҡарап үҫә. -Үҙемдең ғаиләлә дүрт ҡыҙ, бер малай булдыҡ. Минән олораҡтар үҫте лә сығып китте. Мин төпсөк булғас, әсәйемә генә түгел, атайыма ла ярҙам итеп өлгөрҙөм. Салғы менән бесән саба ла, күбәләй ҙә, утын да яра беләм. Атайым, был ирҙәр эше, был ҡатын-ҡыҙҙыҡы, тип бүлмәне. Бөтә эште бергәләп башҡарҙыҡ, шуға күрә миңә донъя көтөп алып китеүе еңел булды. Өләсәйем менән үҫкәс, уның тәрбиәһен дә һеңдерҙем. Ул намаҙ уҡыны, ураҙа тотто, беҙҙе сәхәргә лә уята ине. Хәҙер мин дә ураҙа тотам, намаҙ уҡырға өйрәнәм. Балаларыма ла дини ғилем бирергә тырышам, – тип һөйләне әңгәмәсем. Әлеге йәмғиәттә балаларға эш ҡушырға йәлләйбеҙ. Күп ваҡыт үҙебеҙ башҡарырға тырышабыҙ. Ә был нәҫелдә хеҙмәт тәрбиәһе – тәүге урында. Әлфиә менән Финат Ғизәтуллиндар ҙа балаларына бәләкәйҙән эш ҡуша. -Ниндәй ҙур эш булһа, һәр ваҡыт балалар менән бергәләп башҡарҙыҡ. Быға бигерәк тә ирем ныҡ иғтибар итте. Был дөрөҫ тәрбиәлер, тим. Әле лә балалар ярҙам итергә атлығып тора. Үҙаллы булып үҫеүҙәренә лә был йоғонто яһай. Өләсәйем һәр ваҡыт “Эшләгәнең минең өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн” тип ҡабатларға ярата ине. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе бөгөн дә иҫкермәгән, – ти Әлфиә. Кинйәкәй килене хәҙер 30 йыл ошо ауылда донъя көтә. Тәбиғәте лә, кешеләре лә күңеленә яҡын уның. Юҡҡа ғына “Тыуған ерҙән төшкән ер яҡын” тимәгәндәр. – Үҙем рус мәктәбендә уҡыным, туған телем татар теле булды. Кинйәкәйгә килен булып төшкәс, башҡортса һөйләшергә лә өйрәндем. Ауыл халҡы кешегә ҡарата бик ихтирамлы беҙҙә. Мине лә үҙ иттеләр. Тыуған ауылыма ҡайтһам, Кинйәкәйҙе бик тиҙ һағынам, – ти йылмайып әңгәмәсем. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торған, бер-береһен ҡәҙерләгән Ғизәтуллиндар кеүек ғаиләләр йәмғиәтебеҙҙе йәмләй. Ололарҙы ҙурлағандарҙың үҙҙәренең дә ҡартлығы хөрмәттә үтер. Фото: ғаилә архивынан.