Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мәскәү эшҡыуарҙары «Урал аръяғы-2024» форумының үҙенсәлекле форматын билдәләне

Мәскәү эшҡыуарҙар ассоциацияһы рәйесе Андрей Поденок йыл һайын Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһында ойошторолған «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын юғары баһаланы. Форум донъя берләшмәһенең иғтибарын йәлеп иткән төп майҙансыҡ булып тора, тип билдәләне ул. - «Урал аръяғы» инвестһабантуйы - үҙенең күләме һәм форматы буйынса уникаль форум. Һәр ваҡыттағыса, Башҡортостан Хөкүмәте ошо йүнәлештә башҡа төбәктәрҙән алда бара. Форумда ҡатнашыусыларға эшлекле бәйләнештәр һәм ысын мәғәнәһендә файҙалы эш коэффициенты теләйем, - тип аңлатма бирҙе Мәскәү эшҡыуарҙар ассоциацияһы рәйесе Андрей Поденок. 24 майҙан 26-на тиклем Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙғарыла. Форумда төрлө илдәрҙән делегациялар ҡатнаша. Фото: forum-zauralye.com.