«Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы халыҡ-ара проекттар форматында инвестиция һәм иҡтисади хеҙмәттәшлек өлкәһендә, шулай уҡ Башҡортостандың инфраструктура үҫешендә әһәмиәтле сараларҙың береһе булараҡ билдәле. Рәсәй Дәүләт Думаһының Транспорт һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рифат Шәйхетдинов ошо хаҡта белдерҙе. - Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙе Сибай ҡалаһында үтәсәк«Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына саҡырабыҙ. Сара бик күп осрашыуҙар, республикабыҙҙың ҡунаҡсыллығы, форумда төҙөлгән бихисап миллиардлы контракттар менән билдәләнә. Быйылғы инвестицияһабантуйы ла һөҙөмтәле булыр, тип ышанам, - тине Дәүләт Думаһының Транспорт һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рифат Шәйхетдинов. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын ойоштороусылар булып Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте сығыш яһай. Иҡтисади форумда шулай уҡ федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары, Рәсәй һәм сит ил компаниялары вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ. Фото: forum-zauralye.com.