Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Китте "Әй һандуғасы"...

19 майҙа Өфөлә 88-се йәшендә йырсы һәм педагог, Башҡортостандың халыҡ артисы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлиә Солтанова арабыҙҙан китте. “Зөлхизә”, “Таштуғай”, “Ашҡаҙар”, “Шәүрә” кеүек мәшһүр йырҙарҙы бик оҫта башҡарыусы моңло йырсыны республикала ғына түгел, Мәскәү, Ленинград, Ҡазан, Урта Азия ҡалаларында, Финляндия, Монголия сәхнәләрендә лә ваҡытында көтөп алалар, алҡыштарға күмәләр. Ғәлиә Солтанова халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы ғына түгел, башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен дә актив пропагандалаусы, күп көйҙәрҙең тәүге башҡарыусыһы ла була. Заһир Исмәғилевтең “Салауат Юлаев” операһында Әминә ролен, Нәжип Йыһановтың “Алтынсәс” операһында Алтынсәс партияһын башҡара. Ғәлиә Солтанова башҡарыуында Хөсәйен Әхмәтовтың “Замандаштар” операһынан Бибинур арияһын да тулҡынланмай ғына тыңлау мөмкин түгел. Ғәлиә Солтанованың йырсы булып китеүендә арҙаҡлы композитор Хөсәйен Әхмәтовтың хеҙмәте ҙур. Уға артабан уҡыуын дауам итеүҙә, йырсы булараҡ үҫеүҙә ике аралағы ижади дуҫлыҡ ныҡ ярҙам итә. Йырсы үҙ сиратында композиторҙың бик күп әҫәрҙәрен беренсе булып халыҡҡа алып сыға. Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы оҫта педагог та була. 1980 йылдан башлап Өфө педагогия колледжында, 1988 йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт академияһында студенттарҙы театр, музыка буйынса уҡыта. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан бөгөнгә тиклем Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы кисәләрҙә, мәҙәни сараларҙа тыуған халҡы өсөн моңло йырҙарын башҡарҙы. Етемһерәп ҡалған халҡың, уҡыусыларың һине мәңге онотмаҫ моңло “Әй һандуғасы”! Фото: Башҡорт дәүләт филармонияһының архивынан.