Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Депутатты яраланғандар

19 майҙан 20-һенә ҡарай төндә махсус хәрби операцияла хәрби задание үтәгәндә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Алексей Локотченко яралана. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевҡа һылтанып, республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Бахмут районында беҙҙең яугирҙар дошман артиллерияһы утына эләгә. Алексей Локотченко күп ҡан юғалта, уны оператив рәүештә хәрби госпиталгә оҙаталар. Ул аңына килгән, Константин Толкачев иртән Алексей Локотченко менән телефон аша һөйләшкәнен, яугирҙең хәле тотороҡло тип баһаланыуын хәбәр итте. Депутаттар бәйләнештә тора һәм һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул уҡ алышта Алексейҙың хеҙмәттәше – командирҙы үҙ кәүҙәһе менән ҡаплап, уның ғүмерен ҡотҡарған яҡташыбыҙ һәләк булған. Алексей Локотченко 2024 йылдың февралендә махсус хәрби оперция биләмәһенә юллана, тәүге көндәрҙән үк алғы һыҙыҡта була. Артиллерия расчеты командиры булып хеҙмәт итә, һуңынан взвод командиры итеп тәғәйенләнә. Константин Толкачев белдереүенсә, бер аҙна элек, сәфәр барышында Алексей Локотченко хеҙмәт иткән подразделениеға барған. Яугирҙәр менән осрашҡан, уларҙан депутатыбыҙға ҡарата йылы, ихтирамлы һүҙҙәр ишеткән. Мәғлүм булыуынса, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан тағы ла бер депутат – Яков Кугубаев махсус хәрби оперцияла хеҙмәт итә. Парламепнт депутаттары араһынан тәүгеләрҙән булып Булат Йомаҙилов махсус хәрби операцияла ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: Алексей Локотченконың “Бәйләнештә” төркөмөндәге социаль сәхифәһенән алынды.