2014 йылдан Белорет районында эшләгән Урал спорт инвентары заводы Рәсәйҙең ошондай продукция етештереүсе ун иң ҙур предприятиеһы иҫәбенә инә. Был хаҡта предприятиеның генераль директоры Азат Вилданов Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһе барышында белдерҙе. Завод 700 төр инвентарь сығара. Улар иҫәбендә – фитнес-клубтар һәм йорт спорт залы өсөн тренажерҙар, дауалау физкультураһы һәм реабилитация өсөн ҡорамалдар, урам тренажерҙары, воркаут, скейт-майҙансыҡтар һәм уйын спорт төрҙәре өсөн комплекстар, пауэрлифтинг өсөн ярыш ҡорамалдары. Етештереү күләме йылына 200 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. – Завод изделиелары башлыса импортты алмаштырыусы булып тора. Мәҫәлән, әлегә тиклем Рәсәйҙә йүгереү юлдарын етештереүҙе бер кем дә үҙләштермәгән, – тип аңлатты Азат Вилданов. – Инвалидтарҙы реабилитациялау өсөн продукция, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн спорт ҡорамалдары номенклатурала айырым урын биләй. Бынан тыш, 2023 йылдан Урал спорт инвентары заводы ҡойоу производствоһы буйынса “Белкаст” проектын тормошҡа ашыра. Бында шулай уҡ Рәсәй нефть һәм газ секторы компаниялары өсөн киң деталдәр номенклатураһын сығарырға планлаштыралар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект “Инвестиция сәғәт”тәренең береһендә дәүләт ярҙамы алды. Һуңғы өс йылда етештереүҙе киңәйтеүгә 75 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған, тип билдәләне Азат Вилданов. Республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының техник реабилитация сараларын әҙерләү өсөн ҡорамалдар һатып алыуға 3,8 миллион һум күләмендәге субсидияһы һәм Сәнәғәтте үҫтереү фондының 20 миллион һумлыҡ льготалы заемы ла үҫеш өсөн ҙур ярҙам булды. Предприятие Белорет районының социаль тормошонда әүҙем ҡатнаша, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә. “Атайсал” проектында тәүге ҡатнашыусылар иҫәбендә завод Сәрмән ауылында заманса балалар майҙансығы төҙөнө. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урал спорт инвентары заводы коллективына һөҙөмтәле һәм яйға һалынған эш өсөн рәхмәт белдерҙе. – Был ҡыҙыҡлы предприятие. Завод ауыл ерендә урынлашҡан һәм беҙ импортлы тип иҫәпләгән ҡорамалдар сығара. Шуның өсөн рәхмәт, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Артабан да үҫешеү мөһим, беҙ һеҙгә ярҙам итергә әҙер. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.