Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әлегә темптар етмәй

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә автотранспортты газ-мотор яғыулығына күсереү һәм тейешле заправка инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләһен ҡаранылар. Республикала 51 автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы эшләй, тип хәбәр итте республика вице-премьеры – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. Уларҙың һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә Ростов өлкәһенән ҡала икенсе урында тора. 2024 йылдың тәүге дүрт айында республикала тәбиғи газды ҡулланыу күләме 15 миллион кубометрға еткән. Шул уҡ мәлдә ҡайһы бер станциялар буйынса газ-мотор яғыулығын ҡулланыуҙың кәмеүен билдәләйҙәр. Шуға бәйле йыл аҙағына тәбиғи газды ҡулланыуҙың дөйөм күрһәткесе, күҙаллауҙар буйынса, 45 миллион кубометр тәшкил итергә тейеш, был 2023 йыл кимәленән 8,5 процентҡа кәмерәк. – Транспортты ҡайтанан йыһазландырыу темпы станцияларҙың йөкләнеш кимәлен тейешле кимәлдә тотоу өсөн етмәй, – тине Александр Шельдяев. – Автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияларын тәьмин итеүҙе арттырыу өсөн йыл аҙағына тиклем 2,2 мең транспортты, шул иҫәптән коммуналь һәм ауыл хужалығы техникаһын газ-мотор яғыулығына күсерергә планлаштырабыҙ. Бынан тыш, өҫтәмә рәүештә газ-мотор яғыулығында эшләгән 200 берәмек транспорт, шул иҫәптән 160 ҙур класлы пассажир автобусы һатып алына. Параллель рәүештә Башҡортостан биләмәһендә яңы газ тултырыу станциялары төҙөлә башлаясаҡ. Мәҫәлән, 2024 йылда 13 яңы автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһын төҙөү күҙаллана. Шулай итеп, уларҙың дөйөм һаны 64-кә етәсәк. Радий Хәбиров муниципалитеттарҙа транспортты газ-мотор яғыулығына күсереү барышын ентекле тикшерергә ҡушты. – Был эш әүҙем алып барылмай, тип иҫәпләйем, – тине ул. – Муниципалитеттарыбыҙҙағы хәлде өйрәнергә һәм кәрәк булғанда уларға техник паркты яңыртыуҙа ярҙам итергә кәрәк. Был иҡтисади яҡтан отошло. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.