“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә 27 май – Китапханасылар көнө һәм 24-26 майҙа үтәсәк “Китап байрамы” уңайынан “Китапҡа һөйөү уятам” тигән конкурс башланды. Сираттағы бәйгесебеҙ менән таныштырабыҙ: ул – Ҡалтасы районының балалар моделле китапханаһы китапханасыһы Алина Шамаева. Алина Олеговна Шамаева 1990 йылдың 7 майында Ҡалтасы ауылында тыуған, ошонда буй еткереп, 1-се урта мәктәпте тамамлаған. “Ҡайҙа тыуған – шунда үҙен тапҡан”, тигән әйтем тап Алинаға тура киләлер. Алина Олеговнаның китапханасы һөнәрен һайлауы осраҡлы ғына килеп сыға. - Бала саҡта төрлө һөнәрҙәр тураһында хыялланабыҙ. Минең менән дә шулай булды: был һөнәрҙе һайламаным, ә ул мине һайланы. Мәктәптә гуманитар фәндәрҙе үҙ иттем, кешеләр менән аралашыу, күҙәтеү оҡшай ине. Шуға күрә психолог булырға ҡарар иттем һәм 2008 йылда, өлгөргәнлек аттестаты алғас, Бөрө социаль-педагогия академияһына уҡырға индем. Уны уңышлы тамамлап, дипломлы белгес булып тыуған районына ҡайттым, - тип һөйләй Алина Шамаева. Әммә
“Был һөнәр хыялым түгел ине, әммә хәҙер ул - минең булмышым”
20 мая 202420 мая 2024
2 мин