Шамил бәләкәйҙән мал йәнле булып үҫте. Дәрестән ҡайтыр ҙа аҙбар тирәһенә сығып китер ине. Малдарҙы ашатып, урындарын таҙартып көнө буйы улар эргәһендә булды. Айырыуса ул эттәрҙе яратты. Эргәһенән бер ҙә китмәгән Аҡтүш менән бигерәк тә айырылмаҫ дуҫтар инеләр. Эте уның күҙенә генә ҡарап торҙо. Урманға барһынмы, көтөүгәме - һаҡсыһы һымаҡ йөрөнө. Бик ныҡ ҡартайып үлгән этен оҙаҡ онота алмағайны Шамил. Үҙе ғаилә ҡороп ауылда төпләнгәс тә, элекке этенә оҡшап торған көсөк алып ҡайтты. Үҙе шуға һөйөнөп бөтә алманы. Барыҫ тигән исем бирҙе, ояһын да бик күркәм, йылы итеп эшләп ҡуйҙы. Ләкин ҡатыны Ләйлә быға ризаһыҙлығын белдерҙе: -Донъяла иң яратмағаным эт һәм бесәй. Уларҙың йөнөнә аллергия минең. Берәйһенә бүләк ит этеңде. Был ихатала уға урын юҡ. Йә балаға сир йоҡторор, - тип кәйефен төшөрҙө. Бәлки, Ләйлә күнер, этте оҡшатыр тигән өмөтө бушҡа булды. Көн һайын тиерлек Барыҫты иҫенә төшөрөп торҙо. Ә бер көн эшенән ҡайтһа, эте бер ерҙә лә юҡ. Һәр ваҡыт өрә-өрә ҡаршыһына сыҡҡан Барыҫын таба а