20 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Фирғәнә өлкәһенең хакимы Хайрулло Бозаров менән осрашты. Яҡтар иҡтисадта һәм социаль өлкәлә хеҙмәттәшлекте нығытыу перспективаларын тикшерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың октябрендә Рәсәй һәм Үзбәкстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлегенең 3-сө форумы майҙанында Башҡортостан Хөкүмәте һәм Фирғәнә өлкәһенең Министрҙар Советы 2023-2025 йылдарға үҙ-ара бәйләнеш үҫеше буйынса юл картаһын раҫланы. Ул сауҙа, ауыл хужалығы, мәғариф һәм башҡа йүнәлештәге сараларҙы күҙаллай. - Фирғәнә өлкәһе – бик үҫешкән көслө төбәк. 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса Үзбәкстан Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә бишенсе урынды биләй. Тауар әйләнешен артабан да күтәрергә ниәтләйбеҙ. Һеҙҙең делегация килгәндәге килешеүҙәрҙе рәсми рәүештә быйыл май аҙағында Ташкентта Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәренең форумында нығытырбыҙ. Үҙем дә был эшлекле программала ҡатнашырға ниәтләйем, - тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы шулай уҡ фән һәм белем биреү өлкәһендә лә Башҡортостан һәм Үзбәкстандың хеҙмәттәшлегенең мөһимлеген атаны. - Башҡортостан вуздарында сит илдәрҙән иң күп студенттар Үзбәкстандан – 1127 кеше, – тине Радий Хәбиров. Һуңғы ике йылда уларҙың һаны ике тапҡырға артты. Беҙҙең вуздар студент стажировкалары һымаҡ программаларҙы артабан тормошҡа ашырыу яҡлы. Фирғәнә өлкәһенең хакимы Хайрулло Бозаров Башҡортостан етәкселеген хеҙмәттәшлекте үҫтерергә тырышҡандары өсөн рәхмәтен белдерҙе. - Башҡортостан Фирғәнә өлкәһенә һәм барлыҡ Үзбәкстан өсөн ҡыҙыҡлы. Беҙ малсылыҡ, үҫемлекселек, йәшелсә үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Республикабыҙҙа ауыл хужалығында алдынғылыҡты биләйбеҙ. Беҙҙә 50 мең гектарҙа баҡса, 10 мең гектарҙа виноград, 30 мең гектарҙан ашыу ерҙә йәшелсә культуралары бар. Үҙебеҙҙең ауыл хужалығы продукцияһын туранан-тура оҙатырға әҙер. Берлектә эшләр өсөн һеҙҙең яҡтан да ярҙам кәрәк, – тине ул. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.