20 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҙур предприятиелар етәкселеге ҡатнашлығында төбәктең оператив штабы ултырышын уҙғарҙы. Көн тәрибендә сәнәғәт объекттарын террористик һөжүмдәрҙән һаҡлау мәсьәләһе ҡаралды, шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу һөҙөмтәһендә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 майҙа дошмандың пилотһыҙ осоу аппараты Салауаттың сәнәғәт зонаһына һөжүм итте. Һөҙөмтәлә “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһының хужалыҡ объекттарының береһе зыян күрҙе. - Сәнәғәт объекттарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерәбеҙ. Оперштабтың күсмә ултырышында һаҡлау системаһының эшен анализланыҡ һәм был өлкәлә өҫтәмә саралар ҡабул итеү тураһында килештек, - тине Радий Хәбиров. – Предприятие етәкселеге диверсиялар хәүефен дөрөҫ баһаларға һәм оператив рәүештә производство хәүефһеҙлеген тәьмин итергә тейеш. Ултырышта террористик һөжүм хәүефе шарттарында сәнәғәт предприятиеларының эше, ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта ведомство-ара бәйләнеш, диверсияға оператив иҫкәртеү мәсьәләләре ҡаралды. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.