Ижади бәйгенең исеме Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сығышынан алынған. “Башҡорт халҡының тормошонан күренеүенсә, республика тарихы дауамында аттар кешеләрҙең иң ышаныслы һәм тоғро дуҫы булған. Шуның өсөн дә “Аҡбуҙат” һәм “Урал батыр” кеүек эпостарыбыҙҙа ат – төп геройҙар иҫәбендә. Яугир ата-бабаларыбыҙ – “төньяҡ амурҙары” һәм Миңлеғәле Шайморатовтың 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һыбайлылары аттарҙа данлы яу юлын үткән”, – тигәйне Радий Фәрит улы “Башҡорт аты” Беренсе халыҡ-ара фестивален асыу тантанаһында. – Икенсе йыл ғына үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, конкурс ҙур танылыу яуланы. Былтыр балаларҙан 70-ләгән эш ҡабул итһәк, быйыл 900 самаһы эш килде. Улар йәш айырмаһы буйынса өс төркөмдә “ҡул эше”, “һүрәт” һәм “нәҫер” номинацияларында баһаланды. Эштәрҙе тикшергәндә баланың үҙаллы башҡарыуына ла иғтибар иттек, сөнки ҡайһы берҙә өлкәндәрҙең дә ҡулы һиҙелә ине, – тине “Башҡортостан” гәзитенә баһалама ағзаларының береһе, “Атайсал” мәҙәни үҙәгенең художество етәксеһе Зилә Лира. Барлығы 27 еңеүсе билдәләнгән. Иң яҡшы эштәрҙең күргәҙмәһе “Башҡорт аты” фестивалендә үтәсәк. Конкурстың ойоштороусылары – Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы менән “Башҡорт аты” фәнни-тикшеренеү үҙәге. Өлкәндәр араһындағы ижади эштәр бәйгеһен Башҡортостан рәссамдар берлеге үткәрә. Фото: “Башҡорт аты” фәнни-тикшеренеү үҙәге.