Башҡортостанда 2024 – 2026 йылдарҙа өс дәүләт предприятиеһын һатырға ниәтләйҙәр. Был турала яңыраҡ республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы белдерҙе. Дәүләткә ҡараған ойошмаларҙы хосусилаштырыу ниндәй тәртиптә башҡарыла һәм был ниндәй маҡсаттан сығып эшләнә? – Бөгөнгә хосусилаштырыу буйынса прогноз планына индерелгән өс хужалыҡ ойошмаһын – “Зауралье” МТС-ы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен, “Башплемсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен һәм “Башзооветснаб” акционерҙар йәмғиәтен – һатыу планлаштырыла. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы менән килешелгән был эштең маҡсаты – республика ҡаҙнаһын тулыландырыу, төбәктең ауыл хужалығы компанияларына ивнестиция йәлеп итеү, киләсәктә уларҙың табышлы эшләүен һәм көнәркәшлек һәләтен арттырыу, – ти республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Фәниә Нафиҡова. Министрлыҡ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2024 – 2026 йылдарҙа хосусилаштырыуҙың әле ғәмәлдә булған прогноздарына, ошо күрһәтелгән өс предприятиенан тыш, “Милек”