Башҡортостан Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, Беларусь делегацияһы «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнашасаҡ. «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалды. Эшлекле программа сиктәрендә ҡатнашыусылар туризм, инвестициялар, Башҡортостандың яҡын һәм алыҫ сит илдәр менән партнерлыҡ хеҙмәттәшлеге темаларын һәм башҡаларҙы тикшерәсәк. Сарала төрлө илдәрҙән, шул иҫәптән Беларусь Республикаһынан, вәкилдәр ҡатнаша. - Беҙ белорус коллегаларыбыҙ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырыуҙы дауам итәбеҙ. Февраль айында Башҡортостан Республикаһы делегацияһының төбәк Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге сәфәре барышында дөйөм суммаһы яҡынса 50 миллиард һумлыҡ бер нисә инвестиция проектын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләшеп килешелде. «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы сиктәрендә хеҙмәттәштәр менән берлектәге эштең яңы йүнәлештәрен тикшерергә, үҙ-ара тауар әйләнешен бер миллиард долларға тиклем арттырыу буйынса бурысты артабан үтәү өсөн перспективалы
Беларусь делегацияһы Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнаша
20 мая 202420 мая 2024
1 мин