Найти тему
Башҡортостан гәзите

Фонограмма аҫтында сығыш яһаған артистарға көн бөтөрмө?

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Тамаша-күңел асыу хеҙмәттәре күрһәткәндә ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеү маҡсатында Рәсәй Федерацияһының айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” федераль закон проектын әҙерләне. Алдағы пленар ултырышта был закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим итеү тураһында ҡарар ҡабул итеү планлаштырыла. – Закон проекты ҡулланыусының тамаша-күңел асыу хеҙмәттәре тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алыу хоҡуғын тәьмин итергә һәм бындай хеҙмәттәрҙең сифатын күтәрергә тейеш, – тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн беҙ йыш ҡына башҡарыусылар һәм ижади коллективтар меңәрләгән тамашасы алдында ла “фанера аҫтында” йырлаған хәлгә юлығабыҙ. Концертҡа билет һатып алған тамашасы тере сығыш урынына уны “суррогат продукт” көткәнен белмәй. Уның хоҡуҡтары яҡланмаған. Беҙ “плюслы фонограмма” төшөнсәһен нығытырға һәм башҡарыусыларҙың һәм ойоштороусыларҙың ҡулланыусыларға сығышта фонограммаларҙы ҡулланыу йәки “тере тауыш” аҫтында башҡарыу тураһында мәғлүмәт биреү бурысын билдәләргә тәҡдим итәбеҙ. Шулай уҡ закон проекты мәғлүмәт булмағанда ҡулланыусыларҙың билет өсөн аҡсаны кире ҡайтарыу хоҡуғын нығыта. Рәсәй Федерацияһы субъекттарына үҙ биләмәләрендә фонограммаларҙы ҡулланыу һәм ҡулланыусыларға мәғлүмәт биреү тәртибен билдәләү хоҡуғын нығытырға тәҡдим ителә. Республика парламенты спикеры һүҙҙәренсә, һүҙ тыйыу саралары тураһында бармай. – Концерт майҙансыҡтарында заманса тауыш - ҡатмарлы система, – тине Константин Толкачев. – Сығыштарҙа композицияның айырым фрагменттары ҡулланыла ала, уларҙа етди студия тауыш эшкәртеүе, музыкаль әҫәрҙе сағыуыраҡ иткән махсус эффекттар бар. Әммә башҡарыусы “плюслы фонограмма” аҫтында сығыш яһаһа, тамашасыла ғәҙел һорауҙар тыуа. Айырым осраҡтарҙа “плюс” аҫтында башҡарыу, мәҫәлән, концерт майҙансығының үҙенсәлектәре, һауа шарттары менән аҡлана. Был мөмкин, әммә сараны ойоштороусылар тамашасыға нимәгә аҡса түләүен аңлар өсөн хәбәр итергә тейеш. Законды ҡабул итеү концерттарҙың сифатына ыңғай йоғонто яһаясаҡ, тип иҫәпләйем. Закон проектын әҙерләү алдынан ижади коллективтар вәкилдәре, Мәҙәниәт министрлығы, федераль парламент депутаттары, йәмәғәтселәр һәм эксперттар менән оҙайлы консультациялар үткәрелгән. Мәғлүмәт сығанағы: vk.com/gossobranie Рәмилә МУСИНА фотоһы.