Башҡортостан ҡыҙҙарын Бөтә Рәсәй “Башҡортостан гүзәле-2024” матурлыҡ һәм ғөрөф-ғәҙәттәр конкурсы кастингына саҡыралар. Сарала 5 – 11 йәшлек ҡыҙҙар, 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр, 35 йәштән өлкән булмаған гүзәл зат вәкилдәре ҡатанаша ала. Төп бүләк – 100 мең һум. Конкурс финалына Мәскәүҙән ҡунаҡ - билдәле кино һәм театр артисы Сергей Соцердотский (“Холоп”, “Холоп 2”, “Вернуть любой ценой”, “Мой папа не подарок”, “Рәсәй” ҡунаҡханаһы”, “Праведник”, “Выстрел”, “Метод уборщицы”, “Отчим” фильмдарында уйнай) саҡырылған. “Башҡортостан гүзәле” конкурсы 2017 йылдан үткәрелә. Былтыр Гран-приҙы ике бала әсәһе, Ейәнсура районында тыуып үҫкән Илүзә Вәлитова яулағайны. Хәҙер ул иртәнге “Сәләм” тапшырыуын алып бара. Сараны “Һомай” театр-дефиле” студияһы Шаяндар һәм отҡорҙар клубының асыҡ Башҡортостан лигаһы менән берлектә ойоштора, тип хәбәр итте “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Ләйлә Аралбаева. Конкурсты Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте м