Иглин районынан 26 йәшлек Ильяс Сафиев 22 йәшлек ҡатыны Валерия менән 2018 йылда үҙҙәрен бизнеста һынап ҡарарға теләк белдерә. Улар сәскә магазинын аса. Сәскә бизнесын уңышлы тормошҡа ашырғандан һуң йәштәр эшҡыуарлыҡтың килемле йүнәлеш икәнлеген аңлай һәм эшмәкәрлек өлкәһен киңәйтеп, ПВХ-нан кәмәләр эшләү менән шөғөлләнә башлай. Йыл башында Ильяс Сафиев Иглин районы хакимиәтенә консультация һорап мөрәжәғәт итә һәм мартта уҡ “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә социаль контракт буйынса 350 мең һум күләмендә финанс ярҙамы ала. Субсидияға йәш кеше продукция етештереүсәнлеген, иҫәбен һәм сифатын арттырырға ярҙам иткән махсуслаштырылған тегеү машинаһы, электрон ҡайсылар, махсус фендар һәм башҡа ҡорамал һатып алған. Айына цехта 150 кәмә әҙерләнә. Ихтыяж ҙур, йәш эшҡыуарҙарҙың производствоны киңәйтеү буйынса пландары бар. Кәмәләр, башлыса, Ҡаҙағстанға һәм Рәсәй төбәктәренә оҙатыла. – Эшҡыуарлыҡ – ул иҡтисадтың, үҫештең этәргес көсө. Иглин районында шундай ынтылышлы, үҫешеүсән, ирекле фекер йөрөтөүсе йәштәрҙең булыуына бик шатбыҙ. Улар хыялдарын ҡыйыу тормошҡа ашыра, үҙ көстәренә иҫәп тота һәм тормошто үҙ ҡулдары менән булдыра, – тип билдәләне Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Иглин районы хакимиәте.