“Беҙҙең китапхана һәр ваҡыт гөрләп эшләп тора, төрлө фәһемле саралар аша ауылдаштарҙы нығыраҡ яҡынайта, китапҡа һөйөүҙе арттыра”, – ти Бөрйән районының Әтек халҡы. Китапханасы Айгөл Баймөхәмәтованы маҡтап, ҡәҙерләп тора улар. Йыл дауамында үткәрелгән әҙәби сараларҙа, акцияларҙа, конкурстарҙа, флешмобтарҙа дәррәү ҡатнашалар. “Яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың, төрлө шәхестәребеҙҙең юбилейҙарына, шулай уҡ исемле һәм иҫтәлекле даталарға арналған сағыу күргәҙмәләр, стендтар, буклеттар эшләйбеҙ, байрамдарға сценарийҙар төҙөйбөҙ, – ти Айгөл Һатыбал ҡыҙы. – Һәр сарала яңы эш алымдары ҡулланырға тырышам. Бигерәк тә “әҙәби уйын” формаһы популяр, ул һәр быуын вәкилдәренә оҡшай. Ундайҙарҙан, мәҫәлән, “Библиодартс”, “Йүгерек китап”, “Пазлы турнир”, “Әлләсе”, “Алтын тирмә” кеүектәр айырыуса күңелле үтә”. Әтек ауылы китапханаһында төрлө йәштәгеләр өсөн клубтар ҙа ойошторолған. Уҡыусыларға – “Шат йондоҙҙар”, “Тирмәкәй” ҡурсаҡ театры, ололарға – “Йәнгүзәл”. Барыһының да эше мауыҡтырғыс итеп алып барыла. “Балалар китап уҡыуға нығыраҡ ылыҡһын өсөн каникулдар мәлендә “Әсәй менән бергә”, “Өләсәй менән бергә”, “Класс менән – китапханаға”, “Атай менән бергә” кеүек ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар уҙғарып, күңелдәрҙә әҙәбиәткә һөйөүҙе арттырырға тырышабыҙ, – ти Айгөл Һатыбал ҡыҙы. – Беҙҙең китапхана фондында ете меңгә яҡын китап тупланған. “Бәйләнештә” селтәрендә төркөмөбөҙ бар, унда өс меңгә яҡын дуҫыбыҙ теркәлгән. Һәр сараны ошо төркөмдә яҡтыртып барырға тырышабыҙ”. Хөрмәтле дуҫтар! “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә китапханасылар араһында барған конкурс ҡатнашыусылары өсөн әүҙем тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ. Фотолар А. Баймөхәмәтованың шәхси архивынан алынды.