Найти тему
Башҡортостан гәзите

Вәлиевтәргә уңыш теләйбеҙ!

Әбйәлил районынан Рәйлә менән Ғәйнулла Вәлиевтәр “Ҙур ғаилә-2024” спорт ғаилә старттарының зона этабында Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошмалары хеҙмәткәрҙәренән торған команда-ғаиләләр араһында беренсе урын яуланы. Улар - “Ҡурай” ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре. Рәйлә Шәйхислам ҡыҙы – директор, Ғәйнулла Ғарип улы – водитель, улдары Илфир Ғәйнулла улы – музыкаль етәксе, уның ҡатыны Раушания Фирғәт ҡыҙы – тәрбиәсе. Командаға өлкән Вәлиевтәрҙең ғаиләгә алынған улдары Игорь Дәүләтбаев, Илфира менән Раушанияның балалары Сәлиә, Арыҫлан һәм Сафия ингәйне. “Яҡташтарыбыҙ 1 июндә Өфөлә үткәреләсәк һуңғы турға саҡырылған. Уларға уңыштар теләйбеҙ”, - тип хәбәр итте “Абзелил” баҫмаһы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Фото, сығанаҡ: “Абзелил”.